М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы күптән түгел улар менән бәйләнешкә сығып, махсус хәрби операция биләмәһендә ауыр яраланғандан һуң Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдәрҙең береһенә оҙатылған райондашыбыҙ, Буруновка ауы-лынан Павел Мединскийҙы табып, уның хәлен белешеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәйне. Күп тә үтмәне, яҡташтарыбыҙҙан Павелды табып, уның эргәһенә барыуҙары хаҡында хәбәр килде.
Райондаштарыбыҙ “Ярҙам итәйек” ирекмәндәр штабы менән бергәләп госпиталгә барып, Павелды ғына түгел, ошонда уҡ дауаланыусы тағы ла бер яҡташыбыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан булған “Блондин” позывнойлы яугир менән дә осрашҡан. Ирекмәндәр госпиталдә дауаланған барса яугирҙарға кәрәк-яраҡтар, алмаш эске кейемдәр, тәмле-татлы өй аштары алып килгәндәр, һәр береһе менән ихлас аралашҡандар.
- Павел менән “Блондин” өсөн борсолмағыҙ, улар янына йыш-йыш ҡына барып торасаҡбыҙ һәм әсәйҙәрсә хәстәрлек күрһәтеп, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙа яҡташыбыҙ Лариса Рөфғәт ҡыҙы.
Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы тотош ғафуриҙар исеменән төньяҡ баш ҡалабыҙ Санкт-Петербургтағы госпиталдәрҙә дауаланыусы Башҡортостан яугирҙарына даими ярҙамдары өсөн оло йөрәкле, шәфҡәтле ирекмәндәр Лариса Өмөтбаева, Хөмәйрә Осипова, Дамир Рәхимов (Миәкә районынан), Любовь Кудряшова (Нефтекама), Любовь Әхмәтова (Күмертау) һәм башҡаларға оло рәхмәтен еткерә.
М.Мәмәтҡолова.