Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
6 Февраль , 15:08

Яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһында иҫтәлек йәшәйәсәк

Башҡортостанда махсус хәрби операциялағы батырлыҡтар тураһында хәтерҙе һаҡлау өсөн Комиссия ойошторолдо. Республика башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә тейешле йөкләмәне билдәләне.

Комиссияның бурысы-махсус хәрби операция ваҡытында республика халҡының тарихи ваҡиғалары һәм батырлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлау.
“Был эште мотлаҡ башҡарырға кәрәк, сөнки ваҡыт үтеү менән күп нәмә онотолорға мөмкин. Ә беҙгә был хаҡта оноторға ярамай”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас