Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
9 Февраль , 09:20

Хәстәрлек йылы булды

Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы булараҡ билдәләнгән 2025 йыл районыбыҙ өсөн тупланыу һәм киң масштаблы эштәр осоро булды.

Хәстәрлек йылы булды
Хәстәрлек йылы булды

- Был йүнәлештә эштәр нисек ойошторолдо, йыл һуҙымында ниндәй мөһим мәсьәләләр хәл ителде һәм ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелде?
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова бөтә ошо эштәр тураһында бәйән итте.

Бөтәһе лә фронт өсөн
- 2025 йылдың яңы йыл каникулдары тамамланыу менән район хакимиәте тарафынан тейешле ҡарар ҡабул ителде һәм саралар планы раҫланды, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.– Райондың барса ойошмалары, учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен үҙ эсенә алған ойоштороу комитеты төҙөлдө. Бөтә был саралар беренсе көндән ведомство-ара аныҡ бәйләнеш булдырыу мөмкинлеге бирҙе. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам ойоштороу төп йүнәлештәрҙең береһе булды.
Яҡташтарға гуманитар ярҙам ҙур әһәмиәткә эйә. 750 кешене берләштергән ирекмәндәр штабы ысын мәғәнәһендә ярҙам үҙәге булды. Махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған посылкалар, өҫтәмә ҡорамалдар һәм техника яугирҙарға бурыстарын үтәүҙә ныҡлы булышлыҡ итһә, икенсенән улар беҙҙең ярҙамды тоя.
Былтыр беҙ райондан алғы һыҙыҡҡа 11 гумконвой оҙаттыҡ. Шул иҫәптән 6 “УАЗ”, 5 “багги” һәм 6 мотоцикл, 1127 маскировкалау селтәре һәм башҡа бик күп әйберҙәр.
Ошонда Гүзәл Зөфәр ҡыҙы М.Шайморатов исемендәге һәм “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” штабтары, Красноусолдан “Ышаныслы тыл”, Мораҡтан “Россияночка” ойошмаларын, шулай уҡ Родина, Мәндем, Ташбүкән, Ҡурғашлы, Ташлы, Яңғыҙҡайын, Үтәк, Буруновка, Табын, Бурлы, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләре ирекмәндәрен, район Ағинәйҙәрен, ”Изгелек шишмәһе” АНО- һын, хәрби хәрәкәттәр, Сик буйы һағы ғәскәрҙәре ветерандарын рәхмәт һүҙҙәре менән айырып билдәләп үтте.
- Уларҙың “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән девизы – аныҡ эштәр: күңел йылыһы, изге теләктәр ҡушып үрелгән маскировкалау селтәрҙәре, өй ризыҡтары, дарыу үләндәре, йылы кейемдәр һәм хаттар, - тине ул.
Дронға ҡаршы юрғандар, яугирҙар өсөн кейемдәр, госпиталдәр өсөн урын кәрәк-яраҡтары тегеү өсөн март айында Красноусолда асылған “Швейбат”тың эшмәкәрлеге лә айырым билдәләп үтелде.

Тере хәтер һәм адреслы ярҙам
Йыл һуҙымында махсус хәрби операция геройҙарының иҫтәлеген һаҡлау йәһәтенән дә ҙур эш алып барылды.
- Апрелдә Красноусолдағы “Йәшлек” паркында МХО геройҙары Аллеяһы булдырылып, 120 төп миләш һәм йүкә ағасы ултыртылды. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Еңеү Аллеяһына 80 төп шыршы ултыртылды. Октябрҙә Көгөш йылғаһы ярында яуаплылыҡ һәм көс символы булған “Атайҙар паркы” булдырылды, - тип дауам итте Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. – Улар районыбыҙ халҡы өсөн геройҙарыбыҙҙы иҫкә алыу һәм ял итеү урыны буласаҡ.
Адреслы социаль ярҙам мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булды. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының район филиалы ике меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул итте. Һорау-мөрәжәғәттәрҙә түләү, юридик һәм медицина ярҙамы, махсус хәрби операция биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса һорауҙар күтәрелде. Филиалда Атайҙар советын, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләрен, ҡатындарын, шулай уҡ бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта булыусыларҙың ҡатындарын үҙ эсенә алған “МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләһе” клубы төҙөлдө. Йыл һуҙымында консультация майҙансыҡтары эшләне, төрлө саралар һәм акциялар ойошторолдо, республика кимәлендәге осрашыуҙар үтте.
Октябрҙә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы менән райондың муниципаль комиссияһы 4 МХО ветеранының торлағын, йәшәү шарттарын тикшерҙе. Шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина эш сәфәре менән районыбыҙҙа булды. Уның килеүе МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында телетапшырыуға бәйле булып, МХО ветераны – яҡташыбыҙ Илнар Вәлиев программаның төп геройы булды.
- Йәнә февралдә районда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Ведомство-ара комиссияның, МХО ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыу буйынса эшсе төркөмдөң беренсе күсмә ултырыштары сентябрь айында тап беҙҙең районда үтеүен айырып билдәләп үтке килә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.

Һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәҙәниәт өлкәһе
- Бында ла һәр йүнәлеш буйынса системалы эш алып барылды, - тип билдәләне хакимиәт башлығы урынбаҫары. - Район дауаханаһында МХО-ла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү өсөн айырым табип-терапевт тәғәйенләнде. Үткән йыл һуҙымында дауаханаға мөрәжәғәт иткән 124 яугирға амбулатор ярҙам күрһәтелгән, 8 кеше стационарҙа дауаланған. Әйткәндәй, район дауаханаһы коллективы ла МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары тураһында ла тейешле хәстәрлек күрелә. Уларҙың барыһы ла түләүһеҙ ҡайнар аш менән тәьмин ителә, бушлай түңәрәктәргә йөрөйҙәр, “Красноусол” лагерында ял итәләр (барлығы 26 бала ял итте), аквапаркка баралар. 1 сентябрь алдынан район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм Совет депутаттары ярҙамы менән яугирҙар ғаиләһенән 1-се класҡа уҡырға төшөүсе 17 балаға бөтә уҡыу кәрәк-яраҡтары менән портфелдәр һатып алынды.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн район хакимиәте башлығының “Шыршы байрамы” ойошторолоп, уларға сәхнәләштерелгән матур тамаша күрһәтелде, татлы бүләктәр тапшырылды.
Йыл һуҙымында мәктәптәрҙә МХО-ла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойошторолдо, улар төрлө сараларға саҡырылды. Мәктәп уҡыусылары “Яугирға хат” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Йылы хаттар яҙып, гумконвой менән хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә ебәрҙеләр. Район мәктәптәрендә “Герой партаһы” асылды.
Мәҙәниәт өлкәһендә лә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам темаһына арналған саралар даими ойошторолдо. Барлығы 56 хәйриә концерты үткәрелеп, билет һатыуҙан йыйылған аҡса фронтҡа ярҙам фондына тапшырылды. “Форсат” йәштәр үҙәгендә илһөйәрлек, Ватансылыҡ темаһына бик күп осрашыуҙар үтте.
Мәшғүллек үҙәге МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе, “Ир-егеттәр” ултырышы ойошторҙо.
Эш артабан да дауам итәсәк
- Йыл тамамланды. Тик махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә башҡарылған барса эштәрҙе лә барлап үтеү мөмкин түгел, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы әңгәмә һуңында. – Иң мөһиме, именлегебеҙҙе һаҡлаусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре беҙҙең - Кесе ватанының, даими ярҙамын тойһон өсөн беҙ тотош биләмәнең - хакимиәттән алып һәр ирекмәндең, һәр ғаиләнең тырышлығын берләштерә алдыҡ. Берҙәм тырышлыҡ менән күп мәсьәләләрҙе хәл иттек, үҙ-ара бәйләнештең ныҡлы механизмын булдырҙыҡ. Был эш тамамланманы, ул артабан да бөгөнгө яуаплылыҡ һәм һөҙөмтәлелектә дауам итәсәк.
Дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт, - тине ул.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас