2022 йылдың көҙгө саҡырылышында Рәсәй армияһы сафына саҡырылып, пехота ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән егет ике йыл элек Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, ил именлеге һағына баҫа.
Разведка төркөмө командиры һәр яҡлап әҙерлекле һәм ҡыйыу яугир итеп танылған егеткә үҙен бөтөнләй икенсе өлкәлә - БПЛА операторы сифатында һынап ҡарарға тәҡдим итә. Бер ай һуҙымында инструктор менән ялан шарттарында ентекле әҙерлек үткән “Спартак” ышаныслы рәүештә “ҡошсоҡтар” ға идара итә башлай һәм оҙаҡламай үҙен юғары класлы оператор итеп таныта.
- Оператор булыу өсөн беренсе сиратта компьютерҙы төплө белергә һәм ҡул моторикаһы яҡшы үҫешкән булырға тейеш,- тип яуаплай яугир оператор ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һорауға.- Йәнә картала ориентирлаша белеү мөһим. Шулай уҡ түҙемлек, ныҡлыҡ кәрәк. Информатика, математика һәм инглиз телдәре буйынса төплө белем дә талап ителә.
“Спартак”тың үҙенә генә хас ҡағиҙәләре бар: эш башларҙан алда ышанып тапшырылған техниканы һәм боеприпастарҙы ентекле тикшерә. Сөнки улар сәғәт кеүек көйлө эшләргә тейеш. Артабан үҙенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, эш башлай: разведка яһай, мәғлүмәт биреп, маҡсатты билдәләй һәм, кәрәк булһа, һөжүм итә.
-Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан үҙ бурысыбыҙҙы башҡарырға тейеш, томанлы көндәрҙә эшләүе ҡатмарлыраҡ, әлбиттә,- ти яугир.- Беҙ алғы һыҙыҡтан 1- 6 км самаһы ситтәрәк эшләйбеҙ. Шулай уҡ штурмлаусы төркөмдө оҙатыу ҙа беҙҙең иңдә һәм бик күптәрҙең именлеге беҙҙең етеҙлеккә, өлгөрлөккә бәйле. Шуға ла мобиль һәм йыйнаҡ, иғтибарлы булырға тейешбеҙ.
Оҙаҡламай яҡташыбыҙ тыуған яғына, ғаиләһе янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтасаҡ. Ял ваҡытында ул Аскар ауылында йәшәүсе билдәле парапланерист, балалар өсөн авиамоделизм түңәрәген алып барған һәм улар менән яугир өсөн самолет-разведчиктар, дрондар эшләү буйынса дәрестәр ойошторған Салауат Нәжип улы Фазлетдинов менән осрашып, фиҙаҡәр һәм оло хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерергә йыйына. Эйе, оло хөрмәткә, рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ Салауат Нәжип улы, мөмкинлеге булһа “Спартак”ты ғына түгел, башҡа операторҙарҙы дрондар менән тәьмин итә алыр ине ул.
-Бер нимәнән дә ҡурҡырға ярамай. Үҙегеҙҙе был һөнәргә алдан әҙерләгеҙ, карта менән эшләргә өйрәнегеҙ. Был бик тә перспективалы һөнәр, тыныс тормошта ла алынған белемде файҙаланыр урындар күп буласаҡ,- тип кәңәш итә “Спартак” пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе профессионал БПЛА операторҙары сафына ҡушылырға теләүселәргә.
Эйе, бөгөн “Спартак” һәм башҡа операторҙар пилотһыҙ системалар ғәскәре составында джойстика һәм күҙәтеү камералары ярҙамында Ватаныбыҙ именлеген һаҡлаһа, иртәгә уларҙың уникаль тәжрибәһе тыныс тормошта ла мотлаҡ кәрәк буласаҡ.
Яңы элиталы ғәскәрҙәр төрөнөң береһе булған пилотһыҙ системалар ғәскәре составына беренселәрҙән булып ҡушылған, фиҙаҡәр һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнгән ҡыйыу яугир башҡалар өсөн илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр пилотһыҙ системалар ғәскәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙыла ала. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының Берҙәм белешмә хеҙмәте һандарына - 117, 122 йәки (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса, Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәктең офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.
Мәрхәбә Собханғолова.
Сығанаҡ - Оператор БПЛА «Спартак»