Илебеҙ именлегенә хәүеф янаған көсөргәнешле осор башланған тәүге көндәрҙән, 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә үк, уның һуғышсан тормошо башлана. Ҡазанда хәрби әҙерлек үткәндән һуң Донецк йүнәлешенә ебәрелә һәм артиллерист-тоҫҡаусы вазифаһында илебеҙ дошмандарына ҡаршы көрәшә.
Ҡаты алыштар ваҡытындағы ҡаһарманлығы өсөн Георгий Жуков, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Бынан тыш ул “Ракета һәм артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған. Шулай уҡ махсус хәрби операция барышында үҙ бурыстарын өлгөлө үтәгәне, тырышлығы һәм ҡыйыулығы өсөн ғәскәр командованиеһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
Былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр өсөн белгестәр әҙерләү бурысы ҡуйылғас, үҙен яуаплы һәм йыйнаҡ, иғтибарлы һәм ныҡышмал яугир итеп танытҡан “Хитрый”ҙы БПЛА операторҙары әҙерләү үҙәгенә уҡырға ебәрәләр.
- 2024 йыл аҙағында уҡ Өфөләге махсус үҙәктә тулы әҙерлек үтеп, БПЛА операторы таныҡлығына эйә булдым. Тик әлегә резервта булып, үҙемдең элекке урынымда - артиллерист-тоҫҡаусымын. Шулай ҙа операторлыҡҡа уҡыуымдан ҡәнәғәтмен, сөнки тыныс тормошта ла был һөнәргә һорау ҙур буласаҡ. Әгәр инде “иртәгәнән “ҡошсоҡтар” осора башлайһың!” – тигән бойороҡ була икән, һис икеләнеүһеҙ һәм тырышлыҡ менән үҙ бурысымды үтәй башлаясаҡмын, - ти “Хитрый”. Уға уңыштар теләп, оло Еңеү менән тыуған ауылына, яҡындары янына иҫән-имен һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтып, яңы һөнәрен шатланып–һөйөнөп тыныс тормошта файҙаланырға яҙһын, тип теләйбеҙ.
- Ул бәләкәйҙән тыңлаусан, ярҙамсыл булып үҫте, ҡушылған эште еренә еткереп башҡарҙы. Һәр нәмәгә яуаплы, иғтибарлы һәм йыйнаҡ, - ти яугирҙың әсәһе Зарема Әмир ҡыҙы. Әйткәндәй, “Хитрый” ғаиләлә баш бала, бөгөн Себер тарафтарында эшләп йөрөгән ҡустыһы Илдар өсөн ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ йәһәтенән матур өлгө булып тора.
Шундай ҡыйыу һәм тәүәккәл, ҡушылған эшкә оло яуаплылыҡ менән ҡараған ысын ил һаҡсыһы тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн уның атай-әсәһе Рәсүл Рифҡәт улы менән Зарема Әмир ҡыҙына рәхмәт әйтеп, артабан да улдарығыҙҙың уңыштарына шатланып, улар менән ғорурланып йәшәгеҙ, тигән теләктәбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.