Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Февраль , 09:00

Тыл батыры

Бөгөн һәммәбеҙ алдында уртаҡ бурыс – еңеүҙе яҡынайтыу. Һәр кем махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Табын ауыл клубына маскировкалау селтәрҙәре үрергә йөрөгән, “Швейбат”та дронға ҡаршы одеялдар, госпиталдәгеләргә уңайлы кейемдәр теккән, һәр саҡ яугирҙарыбыҙға нимә менән булһа ла ярҙам итергә тырышҡан ирекмәндәребеҙҙең береһе Хәмдиә Сәғирова тураһында һүҙем.

Тыл батыры
Тыл батыры

Эйе, илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, барыһы ла берҙәмләшеп, яугирҙарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙа. Бөгөн һәр беребеҙҙең бәләкәй генә ярҙамы ла кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара, хәрби хеҙмәттең ауырлығын еңеләйтә алыуын аңлау мөһим.
Табын ауылында йәшәүсе Хәмдиә Миңнулла ҡыҙы яугирҙарыбыҙға ихлас ярҙам итә. Ул ең һыҙғанып ошо изге эш өсөн аҙнаһына ике тапҡыр Красноусолда элекке УПК бинаһында урынлашҡан “Швейбат” тегеү цехына ла, ауыл клубына маскировкалау селтәрҙәре үрергә лә йөрөй, өйөндә лә яугирҙарға төрлө кәрәк-яраҡ әҙерләй. Уның үҙен ошо эштәр мәлендә күреп йөрөһәк тә, күптән түгел өйөндә лә һөйләшеп алырға насип булды.
Хәмдиә Сәғирова Бишбүләктән ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙы Алһыу менән үҙенең ҡурсаҡ кеүек өйөндә беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Ҡул эшенә бөгөн генә тотонмаған ул, өйөндә ултырғыс, диван япмалары, иҙәнгә турпыш, балаҫтар, селтәр биҙәүестәр - барыһы ла үҙ ҡулы менән эшләнеп, күңел йылылығы биреп тора.
- Ошо эштәрҙән үҙемә йән тыныслығы алам. Бәләкәй саҡтан тегенәм. Һигеҙ йәштәр тирәһендә ауылға ҡаланан ҡайтҡан ҡыҙҙарҙың купальниктарын күреп, үҙемә мендәр тышынан беренсе тапҡыр купальник тегеп алғайным. Әле бына туғаным Альмиранан күреп, кәрзиндәр үрергә тотондом. Гөлдәремде шул һауыттарға ултыртып ҡуйҙым. Бәйләү, сигеү, тегеү кеүек бар ҡул эшен дә беләм. Балаҫ һуғырға станогым да бар, әле алып ҡуйғанмын, - тип үҙенең шөғөлдәре менән таныштыра Хәмдиә апай.
Ҡаранйылға ауылында Миңлегөл һәм Миңнулла Ишбулдиндарҙың һигеҙ балалы татыу, күркәм ғаиләһендә тыуып-үҫеп, дүртенсе бала булып буй еткергән ҡыҙ, мәктәптә уҡығанда уҡ сос, тырыш, спортсы булып таныла. Өйҙә лә ата-әсәһенә бар эштә ярҙам итеп, уларҙың ғәҙеллеккә өндәп, изгелек ҡылыу, хәлеңдән килгәнсә башҡаларға ярҙам ҡулын һуҙырға ынтылыу кеүек сифаттарын күңеленә һеңдереп үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, оло апаһы янына Ульяновскийға эшкә сығып китә, Мәскәүҙә технологҡа ла уҡып ала. Унда дүрт йыл заводта эшләп, 1983 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып, Табын ауылындағы консерва заводына эшкә урынлаша. Ул ваҡытта был заводтың гөрләп торған сағы була, 21 йыл ошонда төрлө эштәрҙә эшләй, тырыш, ойоштороу һәләте булған ҡыҙҙы цех начальнигы итеп үрләтәләр. Әммә донъялар үҙгәреп, завод та ябыла, һуңынан хаҡлы ялда булһа ла Табын коррекция мәктәп-интернатында ла төнгө тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп ала. Әле лә тик ултырмай, 90 йәшлек Алексей Соболевты ҡарашырға ла ваҡыт таба. Бушаған арала ҡул эшенә тотона. Уның тәүәккәллегенә, уңғанлығына хайран ҡалырлыҡ.
Бөгөнгө көнгәсә үҙенең ябайлаштырылған технологияһы буйынса иҫәпһеҙ-һанһыҙ нашлемник үргән. Был эшкә ул МХО-ла булған яугирҙарҙан каскалар өсөн махсус башлыҡтар бик кәрәклеген белгәс тотонған. Яугир Айҙар Аҫылбаев бындай нашлемниктар кәрәкле, әммә ҡуйы итмәҫкә кәрәклеген әйтеп төҙәттергән. Хәмдиә Миңнулла ҡыҙы ҡышҡы оҙон төндәрҙә яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй, ә һарыҡ йөнөн Табын ҡатын-ҡыҙҙары клубҡа килтереп китәләр икән. Йәй көндәре төрлө шифалы үләндәрҙе киптереп файҙалы сәй, баҡсаһындағы алма-грушанан ҡаҡ, икмәкте шаҡмаҡлап ваҡ ҡына итеп киптереп сохарый әҙерләй. Ауылдаштарынан ҡорот һатып алып, уны ла ваҡ ҡына итеп йомарлап, киптереп, уңайлы һауыттарға тултыра ла, ялға ҡайтҡан яугирҙарға күстәнәс итеп тарата. Әле бына яңыраҡ интернетта федоровкаларҙан күреп ҡалып, кеҫә шәмдәре лә эшләй башлаған. “Мамыҡ дискылар араһына бер нисә шырпы ҡыҫтырабыҙ ҙа, парафинға тығып алып ҡатырабыҙ, был да үҙенә күрә ярап ҡала, 10-12 минут яна. Кәрәк әйберҙәрҙе интернет аша яҙҙырып алабыҙ. Ҡыҙым да ярҙам итә. Әле тиҙ бешерелә торған аштар алдыҡ. МХО-лағыларҙан нимә кәрәклеген һорап та эшләйбеҙ. Табындан Владимир Сергеев менән хәбәрләшеп торабыҙ, ялға ҡайтҡанда башалтайҙар, дронға ҡаршы одеялдар биреп ебәрҙек. “Швейбат”ҡа Табындан Рая Әбелғәйерова, Нурия Күсәрбаева, Ольга Савченко, Әлфиә Мөхәмәтйәнова, Рая Сергеева йөрөйбөҙ. Үҙебеҙ транспорт табып барабыҙ, буш булғанда ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров алып бара”, - ти ул ялға ҡайтҡан яугирҙарға пакетҡа кәрәк-яраҡ тултырып.
Әйткәндәй, уның бер туғаны Наил Ишбулдин үҙенең интернациональ бурысын Афған ерендә үтәп, батырлыҡтар күрһәткән ҡаһарман. Ейәне Эмиль дә хәрби хеҙмәт бурысын Белгородта үтәп, июль башында ҡайтҡан. Шуға ла Хәмдиә Миңнулла ҡыҙына яугирҙар тормошо яҡшы таныш. Ул нимәгә тотонһа ла эште аҙағынаса еткерергә күнеккән, ирҙәрсә, көслө холоҡло, изгелекле гүзәл зат ул. Уның менән һөйләшкәндә, эшләгән эштәренә күҙ йүгертеп, бына ул ысын тыл батыры тип уйлап ҡуйҙым. Алда ла яҡташтарығыҙ хаҡында хәстәрлек күреп, изгелек ҡылыуҙан арымай-талмай, һаулыҡта, шулай яҡты өмөттәр менән йәшәргә яҙһын.

Тыл батыры
Тыл батыры
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас