Байтаҡ йылдар музей мөдире булып эшләгән Илгиз Рәлиф улы 2024 йылда ил именлеге һағына баҫа. 2025 йылдың мартында Ватанабыҙ именлеге хаҡына ғүмерен ҡорбан итә.
Сарала яугирҙың әсәһе Альмира Ғаяз ҡыҙы, тормош иптәше Эльвира Урманшина, яҡындары, туғандары, “Ватан һаҡсылары” фонды филиалы социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова, район мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Красноусолдағы 2-се урта мәктәп уҡыусылары “Красноусол” шифаханаһы музейы етәксеһе Гөлфиә Түзбәкова һәм башҡалар ҡатнашты. Һәр кем Илгиз Рәлиф тураһындағы яҡты хәтирәләре, иҫтәлектәре уртаҡлашты, уның халҡым, туған телем, илем тип йәшәгән рухлы, яҡты күңелле, киң мәғлүмәтле һәм ысын тарихсы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ысынлап та тормош уртаһында ҡайнап йәшәне Илгиз, һәр нәмәгә өлгөрҙө. Музейға яңынан-яңы экспонаттар туплап, уның эшен йәнләндәреү менән бер рәттән, мәҙәниәт йорто эшмәкәрлегендә дә әүҙем ҡатнашты. “Ғафури” халыҡ театрында матур образдар тыуҙырҙы, үҙен һүҙ оҫтаһы итеп танытты, ғөмүмән бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмайынса, уртаһында булып, янып эшләне .
( Был сара тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һанында тулыһынса уҡырһығыҙ.)
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.