Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Февраль , 10:00

Яугирҙар мәғариф хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле

Ноябрҙә район Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев ауыр, ҡатмарлы осорҙа ил именлеген һаҡларға тигән теләктә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғайны. Бөгөнгө көндә ул Донецк йүнәлешендә артиллерия подразделениеһында хеҙмәт итә.

Яугирҙар мәғариф хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле
Яугирҙар мәғариф хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле

Күптән түгел махсус хәрби операция яугирынан элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә ҙур үтенес менән сәләм хаты килеп төштө. Унда яугир дошмандарҙың артиллерия подразделениеһында разведка эшләүсе пилотһыҙ осоу аппараттарын юҡ итеүе, шунлыҡтан тиҙ арала яңыларын алыу өсөн күпмелер аҡса кәрәк булыуы тураһында һөйләй.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡов белем биреү учреждениелары директорҙары кәңәшмәһендә был турала хәбәр иткәс, яугирҙарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тигән тәҡдим була. Барыһы ла изге эште хуплай һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә район мәғариф бүлеге, мәктәптәр, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан был маҡсатҡа 338 мең һум аҡса йыйыла. Ярҙам алғы һыҙыҡҡа барып етеү менән ике разведка дроны һатып алына. Артиллеристар районыбыҙҙың мәғариф хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре менән видео төшөрөп ебәрәләр.
- Хөрмәтле Ғафури районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә бөтә подразделение яугирҙары исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Был бәләкәй генә “ҡошсоҡ” ярҙамында һеҙ беҙҙең яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлайһығыҙ, Еңеүгә ышанысты арттыраһығыҙ. Һеҙҙең ярҙамдан тыш дошманға ҡаршы тороу бик ауыр булыр ине.Тап Һеҙҙең, тылдағыларҙың, ярҙамы һөҙөмтәһендә Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - ти улар.
Эйе, махсус хәрби операцияла яңы дәүер – дрон һуғышы. Дрон менән идара иткәндә, яугир йәшенеп тора ала, шул уҡ ваҡытта механик “ҡош” хәрби бурыстарҙы үтәй. Был беҙҙең яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Алғы һыҙыҡтағылар техник йәһәттән ярҙамға мохтаж. Атап әйткәндә, дрондар етмәй, ә уларһыҙ дошманға ҡаршы тороу еңелдән түгел. Шуны аңлап, республикабыҙҙың күп ҡалаларында дрондар етештереү, уны әҙер деталдәрҙән йыйыу яйға һалына.
Шулай уҡ ошо “ҡошсоҡ”тарға идара итерҙәй операторҙарға ла һорау ҙур. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу бара. Был контрактсыларға башҡа яугирҙарға тәғәйен булған барса түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин уларға айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
Беренсенән, хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
Икенсенән, контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
Өсөнсөнән, контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәрҙәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
Дүртенсенән, студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
Бишенсенән, һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә бар. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000–500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
Геймерҙар, дрон, робот техникаһы йәки радиосамолёттар менән идара итеү өлкәһендә тәжрибәләре булғандар ҡушҡуллап ҡабул ителә. Программалаусылар һәм IT-белгестәргә лә ихтыяж ҙур.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында һәм 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин.
Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәк офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

 

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
- Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәтебеҙҙә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас