Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға, яугирҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Айырым коллективтар, район халҡы изге эштәр ҡыла: аҙыҡ-түлек, дарыуҙар йыйыла, аҡса туплана, транспорт һәм дрондар һатып алына.
Мәҫәлән, Үҙәк район дауаханаһы махсус хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән яугирҙарға ярҙам итә. Әленән-әле йылы кейемдәр, кәрәкле дарыуҙар, башҡа кәрәк-яраҡтар туплап, посылкалар оҙата, аҡсалата ярҙам ебәрә. Ошо көндәрҙә Красноусол үҙәк дауаханаһы МХО биләмәһенә оҙатыу өсөн штабҡа тулыһынса техник тикшереү үтеп, яу яланында “хеҙмәт итергә әҙер булған” ике автомобиль - Lada Kalina һәм Chevrolet Niva машиналарын тапшырҙы.
- Был машиналар дауаханабыҙға ышаныслы һәм тоғро хеҙмәт итте. Хәҙер инде уларҙы тағы ла кәрәгерәк булған урынға, тағы ла яуаплыраҡ “эшкә” оҙатабыҙ. Был машиналар яу яланынан яралы яугирҙарҙы сығарырға, медикаменттар ташырға ярҙам итер, - ти дауахана етәкселеге.
Бынан тыш дауахананың терапия, педиатрия һәм паллиатив ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан яугирҙарға оҙатыу өсөн бүләк-посылкалар тапшырҙы.
Махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары ла даими рәүештә МХО яугирҙарына ярҙам итә. Туғай ауылынан Клара менән Дауыт Йосоповтар был юлы маскировкалау селтәре үреүгә материалдар һатып алыу өсөн штабҡа 10 мең һум аҡса тапшырған. Красноусолдан Зилара менән Рим Мөхәрмәтовтар “Газик” позывнойлы яугирға тапшырыу өсөн автономлы дизель мейесе әҙерләгән. Красноусол ауылынан 79 йәшлек хеҙмәт ветераны, әүҙем ирекмәндәрҙең береһе Маһинур Ишмөхәмәтованы ла айырып билдәләп үтке килә. Һалҡындар башланыу менән именлек һаҡсыларына тип йылы башалтайҙар бәйләй, аҡсалата ла ярҙам итә. Әле лә байрам алдынан яугирҙарға бүләккә тип бәйләм нәскиҙәр, башҡа кәрәк-яраҡтар, шоколад, кекс кеүек төрлө тәмлекәстәр әҙерләгән, маскировкалау селтәренә материалдарға тип 2000 һум аҡса ҡалдырған.
Аҡкүл урта мәктәбе коллективы алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн автономлы дизель мейестәре, Ҡурғашлы, Бурлы, Юлыҡ ауылдары, шулай уҡ Красноусолдан көмөш ирекмәндәр маскировкалау селтәрҙәре, кәрәк-яраҡтар, окоп шәмдәре, йорт күстәнәстәре менән посылкалар алып килде.
Дөйөм алғанда, был изге эштә һәр ауыл, һәр ғаилә теләп ҡатнаша. Күптән түгел дөйөм тырышлыҡ менән алғы һыҙыҡтағыларға бик кәрәкле булған генератор һатып алынды. Бөгөнгө көндә штабҡа районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан илдә барған ваҡиғаларға битараф булмаған кешеләр, хеҙмәт коллективтары әҙерләгән ярҙам саралары, посылкалар килә. Даими ярҙамдары өсөн барса район халҡына алғы һыҙыҡта илебеҙҙең, беҙҙең именлекте һаҡлаған яугирҙарҙың рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, - ти Миңлеғәли Шайморатов исемендәге район ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан бөгөн алғы һыҙыҡта именлек һағында торған яугирҙарға әҙерләнгән бүләк-посылкалар бөгөн-иртәгә уларға барып та етәсәк. Сираттағы гуманитар йөктө был юлы ла оло йөрәкле ирекмән Фирғәт Зәйнуллин оҙатып бара.
Ошо берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙам итеү рухы – беҙҙең еңеүебеҙҙең төп нигеҙе. Һәр кеше, һәр ғаилә үҙенең мөмкинлектәренән сығып МХО-ға ярҙамға үҙ өлөшөн индерә, был иһә илебеҙҙең хәрби көсөн нығыта, махсус операцияның уңышлы тамамланыуына булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә, үҙ-ара аңлашып, берҙәм булып эшләү - беҙҙең төп бурысыбыҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.