Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙар беҙҙең ярҙамға мохтаж

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге район ирекмәндәр штабы  “Яугирға - посылка” акцияһы иғлан итте.

Яугирҙар беҙҙең ярҙамға мохтаж
Яугирҙар беҙҙең ярҙамға мохтаж

МХО биләмәһендә именлегебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарға беҙҙең  ярҙам даими талап ителә. Күл тамсылап йыйыла, тиҙәр.  Әйҙәгеҙ, барыбыҙ бер төптөн булып, именлек һаҡлаған яҡташтарыбыҙға тыуған йорт, тыуған яҡ йылыһы, сәләме итеп уларға бик кәрәк булған әйберҙәрҙе туплап, посылкалар ебәрәйек.

Яугирҙарға беренсе сиратта нимәләр кәрәк:

- Аҙыҡ-түлек, балыҡ һәм ит консервалары, паштеттар, итле бутҡалар (тиҙ асылмалы);

- Тиҙ әҙерләнә торған аштар, тәмлекәстәр (кәнфит, шоколад), ҡуйыртылған һөт,  бал, сәтләүектәр;

- Пакетлы сәй, шәкәр, кофе;

- Сусҡа салоһы (вакуумда), сохарый, крәндил, прәник.

- Аҙыҡ-түлектәр  ватылмай торған пластик һауыттарҙа булырға тейеш.

Медикаменттар:

-Ҡан туҡтатыу өсөн: турнекет, жгут, гемостатик бинттар;

Ауыртыуҙы баҫыу өсөн:  Кеторол, Ибупрофен, Найз;

Антисептиктар: Хлоргексидин, перекись, йод, зеленка;

Яраларҙы бәйләү өсөн: Бинт, пластырь (бактерицидлы/рулонлы);

Һалҡын тейеүҙән: Терафлю,  тамаҡ, танауға һиптергестәр;

Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан: Полисорб, активлаштырылған күмер, Мезим;

Мазь: Пантенол (бешеүҙән), Левомеколь.

 Шулай уҡ еүеш салфеткалар, тәмәке, төрлө витаминдар, бөжәктәрҙән һаҡланыу саралары һәм ,әлбиттә, яугирҙарҙың күңелдәрен йылытырлыҡ йылы хаттар, балалар һүрәттәре.

Иң мөһиме, посылкаларға быяла банкалар һәм тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлек һалмаҫҡа. Әҙерләнгән аҙыҡ-түлекте махсус контейнерға йә булмаһа ныҡлы пакеттарға һалығыҙ.

Әҙер посылкаларҙы 20 мартҡа тиклем Красноусол мәсетенә, район китапханаһына йәки К.Маркс урамы, 12-се йортта урынлашҡан складҡа (сиркәү ҡаршыһында)  килтерергә.

Мәрхәбә Собханғолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас