Бөтә яңылыҡтар

Госпиталдә Ураҙа байрам ойошторғандар

Санкт-Петербургтағы яҡташтарыбыҙҙың  госпиталдә дауаланыусы яугирҙарҙы иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыуҙары хаҡында яҙғайныҡ инде. Изге Ураҙа байрамында ла ҡаланың “ Ярҙам итәйек” штабы ирекмәндәре  госпиталдә дауаланыусы яугирҙар янында булған.

Госпиталдә Ураҙа байрам ойошторғандар
Госпиталдә Ураҙа байрам ойошторғандар

Сығышы менән Миәкә районынан булған Дамир Рәхимов яугирҙарҙы һыйлау өсөн  ҡаҙан тултырып  тәмле былау бешерһә,  райондаштарыбыҙ Лариса Өмөтбаева менән  Хөмәйрә Осипова, Любовь Әхмәтова (Күмертау) һәм Любовь Кудряшова (Нефтекама)  тәмле-татлы күстәнәстәр, алмаш кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барған. Башҡортостандың төрлө райондарынан булған яугирҙар, шул иҫәптән  Буруновка ауылынан Павел Мединский менән аралашып, уларҙы байрам күстәнәстәре менән һыйлағандар.

 -Ауыр яраларҙан һуң госпиталдә дауаланған яугирҙарға яҡташтар менән ошондай йылы осрашыу-аралашыу бик мөһим,  үҙҙәренең яңғыҙ булмауҙарын, яндарында һәр яҡлап ярҙам итерҙәй яҡташтары барлығын белеү һәм тойоу уларҙа көс-рух өҫтәп, тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Аралар алыҫлығына ҡарамайынса шулай бер-беребеҙгә ярҙам итеп, берҙәм булғанда барса ауырлыҡтарҙы еңергә, хәл итергә мөмкин,-  ти  ирекмән яҡташтарыбыҙ.

 Изгелектәре, яугирҙарға ҡарата әсәй-атайҙарса хәстәрлектәре өсөн уларҙың барыһына рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Мәрхәбә Собханғолова.

Госпиталдә Ураҙа байрам ойошторғандар
Госпиталдә Ураҙа байрам ойошторғандар
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас