Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Апрель , 09:05

"Еңеүгә ышаныс көс өҫтәй"

Илебеҙҙең ысын геройҙары бар. Махсус хәрби операция башланғас, улар билдәле булды, унда ҡатнашыусы Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһын да геройҙар тип атарға мөмкин.

"Еңеүгә ышаныс  көс өҫтәй"
"Еңеүгә ышаныс көс өҫтәй"

Илебеҙ кисергән һынау, ҡатмарлы осор ир-егеттәребеҙҙең ни тиклем көслө һәм ҡаһарман булыуын күрһәтте. МХО яугиры - “Соломон” позывнойлы гвардия өлкән лейтенанты Альберт Камалетдинов шундай ысын геройҙарҙың береһе. Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан мәлендә беҙгә лә уны күреп һөйләшергә насип булды. Ниһайәт, атай-инәһе, яҡындары янына күптән көтөлгән ялға ҡайтыуына бер һөйөнһә, ялы тыуған көнөнә тура килеп, 24 мартта үҙен яҡты донъяға тыуҙырған атай-инәһе, туғандары менән бергә 35 йәшен билдәләүе айырыуса ҡыуаныслы булды.
Лилиә менән Заһит Камалетдиновтарҙың ике уллы (олоһо - Илмир) ғаиләһендә кесеһе - Альберт бәләкәйҙән ҡыйыу, физик яҡтан көслө, сос, хәстәрлекле, ярҙамсыл, шулай уҡ башҡорт рухлы булып буй еткерә. Инәһе Лилиә Нурмөхәмәт ҡыҙы - Юлыҡ ауылынан, атаһы Заһит Рафаил улы – Архангел районы Яңы Шәрәй ауылынан. Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр. Балаларына ауыл мөхите булдырыу өсөн Красноусолдан йорт һатып алып, бында ла ҡайтып йөрөйҙәр. Ата-әсәһенең, ағаһының, туғандарының ғорурлығы булып торған Альберт Заһит улы 2023 йылдың сентябренән махсус хәрби операцияла илебеҙ азатлығы өсөн көрәштә. Һуғыш юлын ул Авдеевканан башлаһа, хәҙер Покровск ҡалаһы йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. Үҙен ышаныслы, ҡыйыу, тәүәккәл һәм яуаплы мәлдә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, яуҙаштарына төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙер торған, оҫта ойоштороусы итеп танытҡан яугир штурмлаусылар ротаһы командирының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара. Бында айырыуса ҡатмарлы бурыстарҙы үтәүҙә ышаныс күрһәтелгән бик тә ҡыйыу һалдаттар тупланған. Альберт ротала теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеп кенә ҡалмай, ә күп ваҡытын личный составты өйрәтеүгә, һәр төрлө күнекмәләр үткәреүгә бүлә. Полигонда штурмлаусыларҙы берҙәм һәм татыу эшләргә төшөндөрә. Ул траншея һәм окоптарҙы штурмлау нигеҙҙәре, дөрөҫ бәйләнеш булдырыу һәм элемтә саралары менән дөрөҫ файҙаланыу, һалдаттар һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итергә тейешлеге тураһында аңлатыу эштәре алып бара. Шулай уҡ яугирҙарҙы үҙҙәре урынлашҡан урында карталар һәм ориентирлау эштәренә, сапёр күнекмәләре менән таныштыра, иғтибарлы, уяу һәм һаҡ булыу айырыуса мөһим икәнен аңлата. Яуҙашына ауыр минуттарҙа нисек ярҙам итеү тураһында белһендәр өсөн мотлаҡ рәүештә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, яралыларҙы эвакуациялау кеүек күнекмәләр ҙә үткәрә.
Альберт - Салауат ҡалаһында тыуып үҫә. Мәле еткәс, Ҡораллы Көстәр сафына алынып, Алыҫ Көнсығышта, Амурҙағы Комсомольскиҙа Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта. Өйләнә, тик юлдары ике яҡҡа айырыла, игеҙәк ҡыҙҙарға атай була. Компрессор ҡорамалдары машинисы һөнәренә эйә булып, башта комбинатта, МХО-ға тиклем вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Президент Академияһының Дәүләт идараһы юғары мәктәбе институтында ситтән тороп уҡып, “Асыҡ власть системаһында эффектлы идаралыҡ” курстарын үтеп, сертификатҡа эйә була.
Гвардия өлкән лейтенанты Альберт Камалетдинов менән аралашҡанда ул үҙенең көр күңелле булыуы, ыңғай кәйефе менән әйләнә-тирәләгеләргә көс-ҡеүәт өҫтәгәндәй. Штурмлаусылар ротаһы командирының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булараҡ, ошо сифаты уға яуҙаштарының рухын күтәрергә, етәксе булырға ярҙам итәлер ҙә. Уның миҫалында ысын герой – ул һаҡлаусы, өйрәтеүсе һәм хеҙмәттәштәре тураһында хәстәрлек күреүсе икәнен белергә була. Быларҙы инәһе Лилиә Камалетдинова ла раҫлай.
- Һуғыш ғәрәсәте эсендә теге юҡ, был юҡ тип килтергәндәрен көтөп ултырып булмай, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар, икмәк бөткән мәлдәрҙә хәстәрләргә, үҙ кеҫәңдән сығарып һатып алырға ла тура килә. Икмәкте үҙемә бешерергә тура килгән ваҡыттар булғыланы, - ти ул. Альберттың һүҙҙәрен инәһе лә йөпләп ҡуя: "Бәләкәйҙән бешеренергә әүәҫ булды, шуға ла күп уйлап тормайҙыр ул, хеҙмәттәштәренең тамаҡтарын ҡайғырталыр", - ти Лилиә улы менән ғорурланып.
“Соломон” әйтеүенсә, махсус хәрби операция уйын түгел, унда ҡурҡыу ҙа бар. Яугир өсөн кәрәкле сифаттар - ҡыйыулыҡ, сослоҡ, ауырлыҡтарға бирешмәү, аҡыл, ныҡлыҡ, түҙемлек, бер-береңә ярҙам итергә әҙер булыу. "Ә беҙ, МХО-лағылар, тап ошондай сифаттарҙы үҙ иттек тә инде. Шуға ла еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ", - ти ул.
Ниндәй наградаларға эйә булыуы тураһындағы һорауыма, Альберттан: “Беҙ ниндәйҙер батырлыҡ ҡылған яугирҙарҙы үҙебеҙ наградаға тәҡдим итеп, награда тапшырабыҙ, үҙебеҙгә алмайбыҙ”, - тигән яуап алдым. - Шулай ҙа Рәсәй Федерацияһының “Штурмлау өсөн” (“За штурм”) тигән билдә менән бүләкләнеләр. Атай-инәйемә Рәхмәт хаты ебәрҙеләр, шикелле”, - тине “Соломон”.
Улдары Альбертты шундай ҡыйыу һәм тәүәккәл, ысын ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләп үҫтергән Лилиә менән Заһит Камалетдиновтарға рәхмәт әйтеп, артабан да улығыҙ менән ғорурланып йәшәгеҙ һәм һуғыш тиҙерәк тамамланып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас