

Һәр ваҡыттағыса гуманитар ярҙам нигеҙҙә яугирҙарҙың үтенестәре буйынса тупланды. Был юлы Донецк, Луганск, Запорожье йүнәлешендәге яҡташтарыбыҙға дүрт автомобиль, запас частар, төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары, генераторҙар, мейестәр, окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре, дронға ҡаршы одеялдар, эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың ғаиләләре, яҡындары, туғандары, ауылдаштары әҙерләгән бик күп исемле посылкалар алып барылды.
Сираттағы гуманитар ярҙамды туплауҙа район хакимиәте, эшҡыуарҙар, тотош район халҡы, ирекмәндәр һәм яугирҙарҙың яҡындары ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, МХО-ла һәләк булған яугирҙың ата-әсәһе Зилара менән Рим Мөхәрмәтовтар (“УАЗ”), “Сбербанк”тың Башҡортостан бүлексәһе управляющийы Азамат Сәлихов, “Агроленд” ЯСЙ-е (Генераль директоры А.Г.Смирнов), шулай уҡ “Авто”Лидер” сервисы етәксеһе Фато Авдоян ғаиләһе алғы һыҙыҡта яугирҙарға бик кәрәкле булған еңел машиналар, Щенниковтар ғаиләһе йылҡы ите ебәрҙе. “Имәнкәй” балалар лагеры хакимиәте Макеевкалағы госпиталь өсөн түшәк комплекттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатты.
- Посылкаларҙы тәғәйен адресаттарға тапшырҙыҡ. Яҡташтарыбыҙ тотош район халҡына сәләм ебәрҙе. Тылыбыҙ ышаныслы булғанда еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта булырына улар ныҡлы ышана. Барыһы ла күстәнәстәр, техника өсөн рәхмәт белдерә. Беҙ уларҙы артабан да ярҙамыбыҙҙан ташламаясаҡбыҙ, - тип яҙҙы гумконвойҙы оҙатып барған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” штабы ирекмәндәре хәүефле сәфәрҙән әйләнеп ҡайтҡас.
- Махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һеҙ иғтибарығыҙ һәм хәстәрлегегеҙ менән уларҙың рухын күтәрәһегеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәһегеҙ, – тип район халҡына рәхмәт белдерҙе хакимиәт башлығы Венер Вахитов.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.