

Буш консервалар эсенә ҡатырғалар тултырып, өҫтөнә парафин иретеп-ҡойоп, күп итеп окоп шәмдәре яһанылар. Төрлө шифалы үләндәрҙе сәй менән берләштереп, бәләкәй пакеттарға тултырып, шифалы сәй, төрлө тәмлекәстәр оҙаттылар. Ауылыбыҙ килене, Сөмбөл Яҡшыбаева, ирекмән ханымдарҙы, кәрәкле әйберҙәрен килтереп, биллектәр тегергә өйрәтте. Бер нисә биллек ошо көндәрҙә үҙ эйәләрен эҙләп юлға сығасаҡ та инде. Туҡмас, һалма киҫеп оҙатыу – ғәҙәти күренешкә әйләнде. Һаҡ-селтәрҙәр үреүгә лә оҫтарып бөттөләр. Яугирҙарҙан иһә, уға һорау һәр ваҡыт булып тора...
Шуныһы үкенесле, был эштәрҙең барыһын да улар өйҙән-өйгә, кем саҡыра – шунда йөрөп эшләне. Клуб булмаһа ла, клуб мөдире бар: Гөлназ Хәким ҡыҙы Фәтҡотдинова үҙ машинаһында йөрөп, ирекмәндәрҙе йыйып алып бара. Эштәрҙе лә үҙе ойоштора.
Махсус хәрби операция башланған йылдан алып бөтә эштә лә ҡатнашып йөрөгән ирекмәндәребеҙҙең эштәре баһалап бөткөһөҙ. Бына улар - егәрле, эшсән ханымдар: яугир әсәһе Лилиә Яҡшыбаева, Фәниә Ваһапова, Сәриә Мөхәмәтова, Сөмбөл Яҡшыбаева, Миң-ниса Кинйәбаева, Айгөл Фәхретдинова, Эльвира Кинйәбаева, Гөлдәр Фәхретдинова. Ауылыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Минисара апай Фәтҡотдинова, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер эштән дә ситтә ҡалмай, йәштәрҙән дә ҡалышмай, эшсе лә, кәңәшсе лә булып, һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә.
Ә инде күптән түгел генә ауылдаш яугирҙарыбыҙ үтенесе буйынса китапханасы Ләйсән Тимербай ҡыҙы, ауылдаштар, туғандар, яҡындар, дуҫтар араһында тиҙ арала аҡса йыйып, ике генератор һатып алып, алғы һыҙыҡҡа оҙатты. Әҙерләп ебәргән һәр бер посылка, ярҙамыбыҙ яугирҙарҙың изгелегенә яраһын, уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлаһын, тиҙерәк һуғыштар тамамланһын, тип аят-сүрәләр уҡып, доғалар ҡылып оҙатып ҡалабыҙ. Ошондай изге күңелле, тик тормаҫ, егәрле ирекмәндәр булғанда, яугирҙарҙың тылы ныҡ булып, уларға көс-ҡеүәт, рух ныҡлығы өҫтәп, Еңеүгә рухландырыуына иманыбыҙ камил.
Эльвира МИНИЯЗОВА (МЫРҘАБАЕВА), Толпар ауылы ирекмәне.