+9 °С
Дождь
Антитеррор

“Һаҡселтәр”ҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар

Маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн "тау итәге"нә әйләнә. Шуға күрә селтәрҙәр яугирҙарыбыҙға бик кәрәк.

“Һаҡселтәр”ҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар“Һаҡселтәр”ҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар
“Һаҡселтәр”ҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ осрашыуҙар ваҡытында алғы һыҙыҡта маскировкалау селтәренең яугирҙарҙың ғүмерен һәм хәрби техниканы һаҡлау йәһәтенән дә әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, селтәр үреүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Районыбыҙҙың күп ауылдарында ҡатын-ҡыҙҙар был мөһим һәм изге эшкә әүҙем ҡушылды. Маскировкалау селтәрен үреү бигүк еңел эш түгел. Уның да үҙ сере, алымы бар. Көн дә тиерлек селтәр үрергә йөрөүселәр уларҙы күптән үҙләштергән, етеҙ ҡулдарына күҙ эйәрмәй, хатта. Улар һәр таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге доғаларын, теләктәрен дә ҡушып әйтә. Мәҫәлән, Красноусол ауылынан “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре бөгөнгө көнгә барлығы 503 селтәр үреп оҙатҡан. Мораҡ ауылынан “Россияночка” ирекмәндәре иһә уларҙан әҙгә генә ҡалышып, 487 селтәр үргән. Родина-Ватан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға 222 “һаҡселтәр” оҙатҡан.
Яңғыҙҡайын ауылы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йәһәтенән тәүге көндәрҙән әүҙем эшләй башланы. Илебеҙ именлеге һағына баҫҡан ауылдаш егеттәренең хәлен даими белешеп, тотош ауыл халҡы аҡса йыйып, иң беренселәрҙән булып төҙөлөш материалдары, башҡа кәрәк-яраҡ туплап оҙатты. Әленән-әле гуманитар ярҙам да ойоштороп торалар.
Һәр ҡайҙағыса яңғыҙҡайындар ҙа ауыл мәҙәниәт йортона маскировкалау селтәре үрергә йөрөй. Үҙҙәре аҡса йыйып, кәрәкле материалдар һатып алалар. Ошо көндәрҙә улар күмәкләп 101-се маскировкалау селтәрен тапшырҙы. Был эштә ауылдың ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары ла, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә, хаҡлы ялдағы апайҙар ҙа, йәштәр ҙә бик ихлас ҡатнаша. Йырлай-йырлай эшләй улар, эш аралаш күмәкләшеп сәй эсеп тә алалар.
- Яугирҙар бигерәк тә маскировкалау селтәрҙәрен һорай. Улар хәрбиҙәргә, ҡоралдарға, хәрби техникаға урындағы ерлектә маскировкалау өсөн бик кәрәк. Шуға беҙ, ауылдың ирекмәндәре менән йыйылышып, был изге эшкә ҡушылдыҡ. Маҡсатыбыҙ бер - махсус хәрби операция биләмәһендә ил именлеге һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү, - ти гуманитар ярҙам йыйыуҙа, маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә әүҙем ҡатнашыусы Яңғыҙҡайын ирекмәндәре.
- Яугирҙарыбыҙға ярҙам итә алыуыбыҙға шатбыҙ. Бының менән беҙ еңеүгә ҙур өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Иң мөһиме – яугир яҡташтарыбыҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын, – тип уларҙы йөпләй Ватан ауы-лынан әхирәттәре менән бөгөн 223-се селтәр үреүсе Фәүзиә Ҡотлогилдина ла.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.

“Һаҡселтәр”ҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар
“Һаҡселтәр”ҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар
“Һаҡселтәр”ҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас