+9 °С
Дождь
Антитеррор

Яҡташтарыбыҙ “Ҡалҡан һәм Роза” премияһы лауреаттары

Гәзитебеҙҙә Санкт Петербург ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың госпиталдә дауаланыусы яугирҙар, шул иҫәптән райондаштарыбыҙ янында булып, уларҙы иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыуҙары хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Яҡташтарыбыҙ  “Ҡалҡан һәм Роза” премияһы лауреаттарыЯҡташтарыбыҙ  “Ҡалҡан һәм Роза” премияһы лауреаттары
Яҡташтарыбыҙ “Ҡалҡан һәм Роза” премияһы лауреаттары

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта йыл һайын үткәрелеүсе “Ҡалҡан һәм Роза” премияһын тапшырыу тантанаһы үткән. Был ғәҙәти рәсми сара түгел, ә ысын матурлыҡ һәм ҡыҙ булмышы көсһөҙлөктә түгел, ә иҫ киткес сыҙамлыҡта, профессионализмда һәм кешеләрҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙерлектә булыуын көндәлек эш-ғәмәлдәре менән иҫбатлаған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланыу һәм уларҙы данлау. Райондашыбыҙ, Ҡауарҙы ауылынан булған Лариса Рөфғәт ҡыҙы Өмөтбаева-Дәүләтбаева һәм яҡташыбыҙ, Күмертау районынан Любовь Егоровна Әхмәтова “Ижад энергияһы” номинацияһында Лауреат дипломы менән бүләкләнде. “Ижад энергияһы” - энергияһын мохтаждарға ярҙам итеүгә һәм социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлткән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус номинация.
- Яҡташтарыбыҙҙы лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ. Улар беҙҙең менән даими бәйләнештә булып, госпиталдәрҙәге яугирҙарыбыҙҙы эҙләп табып, улар хаҡында әсәйҙәрсә хәстәрлек күрә, яралы улдары, ирҙәре янына Санкт-Петербургҡа килгән әсәйҙәргә, ғаиләләргә лә ярҙам итә. Изгелектәрегеҙ, хәстәрлектәрегеҙ өсөн һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, - тип ҡотлау сәләме ебәрә яҡташтарыбыҙға М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова. Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас