+14 °С
Облачно
Антитеррор

“Фронт һәм тыл” марафоны үтте

29 апрелдә Красноусол район мәҙәниәт һарайында “Фронт һәм тыл бергә: - Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла!” тип исемләнгән тарихи-патриотик марафонының муниципаль этабы үтте. Ул ғаилә тарихтары һәм батырлыҡтары аша тарихи хәтерҙе һаҡлауға, тыл хеҙмәтсәндәренән һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарынан алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тиклем быуындарҙың күсәгилешлеген күрһәтеүгә йүнәлтелгәйне.

“Фронт һәм тыл” марафоны үтте“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте

Марафон бер нисә йүнәлеш буйынса үтте. “Заман бәйләнеше” күргәҙмәһе - Бөйөк Ватан һуғышы артефакттарын (хаттар, наградалар, реликвиялар) һәм МХО зонаһынан заманса материалдарҙы (шеврондар, флагтар) берләштереп ҡуйылғайны. Бында ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Хәтер сумаҙандары” аша яҡын туғандарының экспонаттарын тәҡдим итте. Шулай уҡ күргәҙмәлә Рәсәй Геройы А.П.Мигуновтың шәхси әйберҙәре күрһәтелгәйне.

Сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары менән асылып, артабан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сығыш яһаны һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған район конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләне.

Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Елена Рябова еңеүселәр һәм геройҙар быуыны тураһында кинолекторий үткәрҙе. Беҙгә бик ҡәҙерле булған факттар - Советтар Союзы Геройы З.Н.Әхмәтйәнов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Ситдиҡов, Красная Полянанан Сергей Трофимовтың атаһының көндәлек яҙмалары, Красноусолда һуғыш йылдарында тегенселәр цехы эшләүе һәм башҡалар тураһында иҫтәлекле хәтирәләр тураһында һөйләнеләр.

Артабан үҙәк район китапханаһында “Патриотизм: еңеүселәр быуынынан геройҙар быуынына тиклем” тип аталған түңәрәк өҫтәл үткәрелде.

“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
“Фронт һәм тыл” марафоны үтте
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас