

Осрашыу барышында ул һаҡселтәр яугирҙарҙың ғүмерен һәм техниканы нисек һаҡлап ҡалыуы тураһында һөйләп, яугирҙар исеменән ирекмәндәрҙең ярҙамы һәм башҡарған эше өсөн ҙур рәхмәтен белдергән. “Берҙәмлектә – көс. Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тине ул.
Андрей Геннадьевич хеҙмәтен 2023 йылдың ноябрендә”Башҡортостан” полкысоставындағы Советтар Союзы Геройы С.Зорин исемендәге танк батальонында, махсус хәрби операция зонаһында башлаған. Һуңыраҡ ул6-сы айырым БПЛА батальонына күсерелгән һәм әлеге ваҡытта шунда хеҙмәт итә.
Шул уҡ көндө тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булған. Андрей менән Елена сәстәрен сәскә бәйләгән. Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, бәхет теләйбеҙ.