+18 °С
Облачно
Антитеррор

Әсә доғаһы һаҡлар

21 апрелдә Өфөлә, Ҡаһарманлыҡ музейында, Гөлнара Мануйлина авторлығында сыҡҡан "Әсә доғаһы" ("Молитва Матери") китабының презентацияһы үтте.

Әсә доғаһы һаҡларӘсә доғаһы һаҡлар
Әсә доғаһы һаҡлар

Унда Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова, Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Лариса Абдуллина, яугир әсәләренең, хәрбиҙәрҙең, кадеттарҙың ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы китап туйының мәртәбәһен һәм әһәмиәтен бермә-бер күтәрҙе. Был йыйынтыҡта Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән һәм махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләрҙең шиғырҙары, ҡаһарман яугирҙарға, батыр уландар үҫтергән әсәләргә бағышланған әҫәрҙәр урын алған. Китапҡа инеш һүҙ итеп МХО-ла һәләк булған Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговнаның һүҙҙәре алынған.
- Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәп, төрлө телдәрҙә һөйләшһәк тә, беҙҙең һүҙҙәребеҙ, уйҙарыбыҙ, күҙ йәштәребеҙ, доғаларыбыҙ ҙа бер үк, беҙҙең улдарыбыҙға булған һөйөүҙе бер кем дә үлтерә алмай, улар беҙҙең күңелебеҙҙә, хәтирәләребеҙҙә, шиғыр юлдарында йәшәй. Улар - тере, улар мәңге беҙҙең менән, - тип яҙа ул.
Батыр улдарға арналған шиғырҙар сара барышында рус, башҡорт, татар, удмурт, мари телдәрендә яңғыраны, видеобәйләнеш аша ла сығыш яһаусылар улдары тураһында төрлө телдә һөйләне, шиғырҙарын уҡыны. "Әсә тураһында һүҙ", "Әсә йөрәге", "Бағышлауҙар" тигән бүлектәрҙән торған китап Красноусол ауылында йәшәүсе шағир Василий Калачиговтың шиғыры менән башлана:
Так может только мать -
Слова в стихи слагать,
Так может только мать -
Душой переживать!
Так может только мать -
В тиши ночной рыдать.
И Бога умолять
Так может только мать! - тип яҙа автор.
Шулай уҡ ике улы ла МХОла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Венера Иванованың, Рәмзиә Монасипованың шиғырҙары ла был китапта урын алған.
Венера Иванова:
Храни вас Бог,
ребята из второй,
Вы все родными стали мне до боли.
Пусть вас хранит молитвы матерей,
Мы ждем с победой вас, мои герои, - тип яҙһа, Рәмзиә Ғайса ҡыҙы:
Ер шарының һәр бер мөйөшөндә
Татыулыҡҡа һәйкәл ҡуйылһын.
Гранит итәгенә алтын менән
"Тыныслыҡ" тип яҙып ҡуйылһын! - тигән юлдар аша бөтә Ер шарындағы халыҡтарҙы дуҫ һәм татыу йәшәргә саҡыра. Дағстан,Сыуашстан, Татарстан, Башҡортостан республикаларында, Мәскәү, Пермь, Ульяновск, Краснодар ҡалаларында, яу ҡырында ижад ителгән шиғырҙар рус, сыуаш, татар, башҡорт, удмурт, ҡумыҡ телдәрендә яңғырай, ләкин ниндәй генә телдә яҙылһалар ҙа, барыһында ла Тыуған илебеҙҙе һаҡлау ир-егеттәрҙең изге бурысы икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына, батырлыҡҡа, берҙәмлеккә, дуҫлыҡҡа, тоғролоҡҡа дан йырлана, еңеүгә ышаныс белдерелә. Төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе авторҙарҙың әҫәрҙәрен туплап, китап итеп сығарыу идеяһы менән яныусы Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Илдар ҡыҙы яугир әсәләре менән райондарға сығып осрашыуҙар үткәрә, экскурсиялар, төрлө тематикалы байрамдар, психологик ярҙам ойоштора. Китаптың исем туйы ваҡытында ла әсәләр Гөлнара Илдар ҡыҙынан был йыйынтыҡ менән генә туҡталып ҡалмауын, артабан да башҡа әсәләрҙең дә шиғырҙарын йыйып, баҫтырыуын һоранылар. Сөнки һәр әҫәр, һәр донъя күргән китап - ул тарих, әсәләргә, яуҙа һәләк булған батырҙарға, яугирҙарға тере һәйкәл, киләсәк быуынға аманат буласаҡ.
Рәмзиә Монасипова, мәғариф ветераны.

Әсә доғаһы һаҡлар
Әсә доғаһы һаҡлар
Әсә доғаһы һаҡлар
Әсә доғаһы һаҡлар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас