

Был әһәмиәтле сара ғаилә тарихтары һәм батырлыҡтары аша тарихи хәтерҙе һаҡлауға, тыл хеҙмәтсәндәренән һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарынан алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тиклем быуындарҙың күсәгилешлеген күрһәтеүгә йүнәлтелгәйне.
Марафон программаһы бай һәм тәрән йөкмәткеле итеп ойошторолоп, патриотизм һәм хәтерҙе сағылдырыуҙың төрлө формаларын берләштергәйне һәм бер нисә йүнәлеш буйынса үтте. Күргәҙмә залында “Заман бәйләнеше” тип аталған күргәҙмә ойошторолоп, унда Бөйөк Ватан һуғышы артефакттарын (хаттар, наградалар, реликвиялар) һәм МХО зонаһынан заманса материалдарҙы (шеврондар, флагтар) берләштереп ҡуйылғайны. Бында ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Хәтер сумаҙаны” аша яҡын туғандарының экспонаттарын тәҡдим итте. Шулай уҡ күргәҙмәлә Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың шәхси әйберҙәре ҡуйылғайны. Күргәҙмә залына һаҡселтәр эленеп, унда МХО-ла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙҙең фотолары марафонға килеүселәрҙе ҡаршылап торҙо.
Сара тамаша залында илебеҙҙең берҙәмлеген һәм көсөн символлаштырған, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары менән башланды. Артабан йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сәләмләп, үҙ сығышында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың һәм йәш быуынды патриотизм рухында тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға һәм традицион йәшәү рәүешен һаҡлауға йүнәлтелгән “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының муниципаль этабы еңеүселәрен бүләкләп үтте. Красноусолдан Йәмғоровтар ғаиләһе “Күп балалы ғаилә” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылһа, Йөҙимәндән Садиҡовтар “Ауыл ғаиләһе” категорияһында, Еҙем-Ҡарандан Арыҫлановтар һәм Родина-Ватан ауылынан Ҡотлогилдиндар “Алтын ғаилә” номинацияһында билдәләнде. Красноусолдан Ғайсиндар “Ғаилә йолаларын һаҡлаусы” исеменә лайыҡ булған, шулай уҡ Красноусолдан Ғәббәсовтар “Ғаилә - Ватанды һаҡлаусы” тип танылған. Еңеүсе ғаиләләр республика кимәлендәге конкурстың киләһе этабында ҡатнашасаҡ.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Елена Рябова еңеүселәр һәм геройҙар быуыны тураһында кинолекторий үткәрҙе. Беҙгә бик ҡәҙерле булған факттар - Советтар Союзы Геройы Зәйнетдин Әхмәтйәнов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Садиҡов, Красная Полянанан Сергей Тимофеевтың атаһының көндәлек яҙмалары, Тамара Юдинаның Красноусолда һуғыш йылдарында тегенселәр цехы эшләүе, әсәһенең дә кәрәк-яраҡ әйберҙәр тегеүе, һалдат шинелдәрен ямауҙары һәм башҡалар тураһындағы иҫтәлекле хәтирәләр һөйләп, экран аша видеосюжеттар күрһәтелә барҙы.
Сергей Князев етәкселегендәге тынлы оркестрҙың “Славянканың хушлашыуы” тигән үлемһеҙ марш башҡарыуы, тамашасыларҙы хисләндереп, ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрҙө. Геройҙарға һәм уларҙың батырлыҡтарына арналған йырҙар, шулай уҡ ветерандар һәм МХО зонаһында һәләк булған 20 йәшлек яҡташыбыҙ Ринат Каранаев тураһында тулҡынландырғыс хәтирәләр яңғыраны. Был хәтирәләр тыныслыҡ хаҡына һәм илебеҙ өсөн ғүмерен биргән һәр кемде иҫтә тотоуҙың мөһимлеген иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ ирекмәндәрҙең фиҙаҡәр ярҙамы беҙҙең көндәрҙә баһалап бөткөһөҙ мөһим булыуы билдәләнде.
“Землячки”, Яңғыҙҡайындарҙың вокал ансамблдәре үҙҙәренең сығышы менән ҡыуандырҙы, сарала берҙәмлек мөхитен тыуҙырған рухлы йырҙар башҡарылды.
“Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең Дәүләт гимндарын башҡарыуы сараның кульминацияһы булып торҙо. Гимнды ғорурлыҡ менән башҡарған был йәш быуын, еңеүселәр быуындары һалған киләсәктең тере кәүҙәләнеше.
Артабан үҙәк район китапханаһында “Патриотизм: еңеүселәр быуынынан геройҙар быуынына тиклем” тип аталған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Китапханасылар “Илем ғорурлығы - уның улдары” тип аталған бай китап-экспозиция күргәҙмәһе лә әҙерләгәйне.
Был марафон быуындарҙың күсәгилешлеге, үткәнгә хөрмәт һәм бөгөнгөһө менән ғорурланыуҙың сағыу дәлиле булып тора. Донъялар тиҙерәк тынысланып, күктәребеҙ аяҙ булһын!