

Сөнки был юлы линейкала Юлыҡ мәктәбен тамамлаған элекке уҡыусыларыбыҙ: махсус хәрби операция ветераны Айрат һәм уның ҡатыны Илүсә Ҡаразбаевтар, алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Өфө” позывнойлы яугир, илебеҙ именлеге хаҡына ғүмерен ҡорбан иткән Илгиз Урманшиндың әсәһе - Альмира Ғаяз ҡыҙы, шулай уҡ бөгөн илебеҙ именлеге һағында булған яугирҙар Йәмил Зәйнетдинов менән Зинфир Ғайсиндың әсәйҙәре - Гөлфара Мәхийән ҡыҙы һәм Зөлфиә Фәнир ҡыҙы ҡатнашты.
Уҡыу алдынғылары: 1-се класс уҡыусыһы Ислам Ҡужин менән 9-сы класта уҡыусы Гөлнәзирә Кәримова Рәсәй һәм Башҡортостан флагын залға сығарғас, уҡыусылар ҡунаҡтар менән бергәләп гимн башҡарҙы. Сара асыҡ тип иғлан ителеп, Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Мәктәбебеҙ директоры Эльвира Ғафарова барыһын да Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы. Уҡыусылар тыуған ил, батырлыҡ тураһында шиғырҙар уҡыны.
Айрат Ҡаразбаев мәктәп йылдарында уҡыу алдынғыһы булды. Мәктәпте тамамлағандан һуң Силәбе физкультура һәм спорт институтына уҡырға инде һәм унда ла һынатманы. Силәбе өлкәһе губернаторы стипендиаты булып, институтты ҡыҙыл дипломға тамамланы. Мобилизация сиктәрендә беренселәрҙән булып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ауыр яраланыу сәбәпле, демоблизацияланды. Алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлығы өсөн Шайморатов, Батырлыҡ ордендары, Шайморатов миҙалы менән наградланған. Ул балаларға тырышып уҡырға, ҡыйыу булырға, спорт менән дуҫ булырға кәңәш итте. Уның һүҙҙәрен “Өфө” позывнойлы яугир ҙа йөпләне. Һәр ваҡыттағыса, бик асылып бармай улар. Үҙҙәренең хәрби хеҙмәттәре хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп, алғы һыҙыҡта тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһо, ир-егетлек, батырлыҡ, илһөйәрлек, дуҫлыҡ төшөнсәләренең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Йәмил Зәйнетдинов махсус хәрби операция башланғас та мобилизация сиктәрендә ил именлеге һағына баҫты. Уның әсәһе - оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлфара Мәхийән ҡыҙы, Йәмилдең бала сағы, мәктәп йылдары тураһында бәйән итте, үҙенең эш йылдарын иҫкә алды. Альмира Ғаяз ҡыҙы ла Илгиз Рәлиф улының бәләкәйҙән хәрби техника, тарих менән ҡыҙыҡһыныуы, һуғыш тураһында китаптар уҡырға яратыуы, “илгә ауыр ваҡытта мин алғы һыҙыҡта булырғы тейеш”, тип ашҡыныуы тураһында һөйләне. Уҡыусы балаларға тырышып уҡырға, бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта БПЛА операторҙарының ҙур роль уйнауын билдәләп, заманса техника, компьютерҙар менән эш итеп өйрәнергә кәңәш итте.
Линейканан һуң уҡыусылар ҡунаҡтар менән бергәләп Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды һәм ауыл мәҙәниәт йортонда Еңеү көнөнә арналған сарала ҡатнашты.
Был осрашыу йәш быуын өсөн ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ауылдаш геройҙарыбыҙҙың батырлығы, сыҙамлылығы һәм Ватанға тоғролоғо уҡыусыларҙың хәтерендә мәңгелеккә яҙылды.
Альмира Яҡшыбаева, Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы.