+20 °С
Облачно
Антитеррор

Еңеүгә юл

Ҡауарҙы ауылынан ҡустыбыҙ Фазыл Таһир улы Нәзиров бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ошо көндәрҙә уның әсәһе - ҡәҙерле еңгәбеҙ Наилә Ҡотлобулат ҡыҙына хәрби часть командиры, гвардия подполковнигы С.Шевчуктан Рәхмәт хаты килде.

Еңеүгә юлЕңеүгә юл
Еңеүгә юл

“Һеҙҙең улығыҙ - гвардия ефрейторы Фазыл Таһир улы Нәзиров үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә: ул тәртипле, яуаплы, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу йөрәкле. Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәй. Тыуған илгә һөйөү, илде һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булыуы, ололарға хөрмәт - былар барыһы ла һеҙҙең яҡшы тәрбиәгеҙ һөҙөмтәһе һәм оло ихтирамға лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы теләп, ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм улығыҙҙың тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!” - тиелә хатта.
Ҡустыбыҙ менән беҙ ҙә ғорурланабыҙ! Еңеү менән имен-һау ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Миңлегөл ТАЙСИНА, балалар яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас