+20 °С
Облачно
Антитеррор

Яугирҙарға ярҙамға!

Башҡортостан Республикаһынан махсус хәрби операция зонаһына “Беренсе тирмә” проекты ирекмәндәре юлланды. Алты кеше Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Ростов өлкәһе госпиталдәрендә яралы яугирҙарыбыҙға бушлай ярҙам күрһәтәсәк.

Яугирҙарға ярҙамға!Яугирҙарға ярҙамға!
Яугирҙарға ярҙамға!

Был ауыр юлға сыҡҡандар араһында - яҡташыбыҙ, Еҙем-Ҡаран ауылынан Денира Биктимерова ла бар. Денира Закуан ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре һәм ирекмән дә. Быға тиклем ул беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү һәм яралы яугирҙар менән эшләү буйынса уҡыуҙар үткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһында хәрби госпиталдәрҙә эшләү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отрядтарын ойоштороу инициативаһын хупланы. “Беренсе тирмә” төбәк проекты сиктәрендә унда ҡатнашыусылар яралыларҙы ҡарай, уларҙы ашата, процедураларға оҙата, бүлексәләрҙә дежур итә. Смена ике аҙна дауам итә. Беренсегә ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар 2024 йылдың ноябрь айында Луганск Халыҡ Республикаһының хәрби госпиталендә булды. Күп ирекмәндәрҙең бер нисә тапҡыр барыуы билдәле.

Яугирҙарға ярҙамға!
Яугирҙарға ярҙамға!
Яугирҙарға ярҙамға!
Яугирҙарға ярҙамға!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас