+21 °С
Облачно
Антитеррор

Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ

Еңеү байрамы алдынан Өфө “Нур” дәүләт татар драма театры коллективы яҡташыбыҙ, “Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың 55 йәше тулыу уңайынан Красноусол мәҙәниәт һарайында юбилярҙың бөгөн көн ҡаҙағында булған МХО темаһына арналған “Һине көтәләр” спектакле менән сығыш яһаны.

Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙҺеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ

Махсус хәрби операция темаһы бөгөн бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай. Халыҡтың спектаклде тамаша ҡылыу өсөн эркелеп, зал тултырып килеүе лә быға дәлил. Әҫәр махсус хәрби операция темаһына — Ватанды һаҡлаусы ир-егеттәргә, уларҙы көткән ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә бағышлана.
Был көндө тамашаға район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, махсус хәрби операция биләмәһендә бер нисә тапҡыр булып, ундағы яугирҙар менән аралашып, был темаға байтаҡ документаль әҫәрҙәр ижад иткән халыҡ яҙыусыһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҡташыбыҙ Мөнир Ҡунафин, телсе-ғалим, әҙәбиәт белгесе, профессор, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡа ҡунаҡтар килгәйне.
- Мөнир Сәхиулла улы, һеҙ махсус хәрби операция темаһына арналған әҫәрҙәрегеҙ аша беҙгә алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың тормошон, уй-кисерештәрен асып бирҙегеҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим һәм барыбыҙ ҙа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, - тине район хакимиәте башлығы Венер Вахитов юбилярҙы ихлас күңелдән ҡотлап. Юбилярҙы шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан журналистары союзы етәксеһе Вәдүт Исхаҡов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе Айгиз Баймөхәмәтов тәбрикләп иң изге теләктәрен еткерҙе.
- Һуғыш ҡасандыр тамамланыр, ә бына тере тарих ҡалыр. Беҙ үҙебеҙ алғы һыҙыҡта булдыҡ, снарядтар яланы уртаһындағы блиндаждарҙа йоҡланыҡ. Әгәр быны күрһәң, яҙмай, өндәшмәй ҡалыу мөмкин түгел, шуға мин китап яҙҙым. Тарихи дөрөҫлөктө белгән халыҡ - иң көслө һәм бөйөк халыҡ. Кешенең выжданы - ул халыҡтың хәтере, тиҙәр. Бөгөн был выжданды юғалтырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Тормошта һуғыш хаҡында күп һөйләйбеҙ, ә бында яугирҙарҙың яҙмыштарын, эске кисерештәрен асырға, был донъяның ҡояшлы яғын күрһәтергә теләнем. Егеттәрҙең тыуған илгә мөхәббәтен, дуҫлығын күреп, тамашасы яҡты киләсәккә, еңеүгә ышанысын нығытырға тейеш. “Һине көтәләр” (режиссёры - Азат Йыһаншин) сәхнә уйыны түгел, ул “вербатим” жанрында. Махсус операция биләмәһендә яҙып алынған монологтар, диалогтар аша ысынбарлыҡ күрһәтелә. Позывнойҙары менән билдәләнгән яугирҙарҙың барыһы ла – Башҡортостан егеттәре, - тине Мөнир Сәхиулла улы тамашасылар алдында сығыш яһап.
... һәм бына тамаша башланып, сәхнә беҙ фотоларҙа ғына күргән блиндажға әйләнде. Күҙҙәре йәшкә мансылған төп героиня - Айгөлдөң өмөтһөҙ генә итеп тамашасыларға "Һаумыһығыҙ", тип өндәшеүенән үк спектакль тотош залдың иғтибарын үҙенә тартып ала.
Тамашаның үҙәгендә төп геройҙар – махсус хәрби операциялағы Фаил һәм уның ҡатыны Айгөлдөң уй-кисерештәре. Ваҡиғалар сәхнә уйыны аша түгел, ә автор МХО биләмәһендә яҙып алған монологтар аша еткерелә. "Тарихсы", "Бабай", "Буран" һәм башҡа позывнойлы ҡаһарман яугирҙарҙың тауышы менән һөйләй егеттәр. Айгөл ире янына килеп, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың тормошон, ундағы ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күрә һәм көн дә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яугирҙарҙың тыуған яҡтарын, ғаиләләрен һағыныуҙарын йыр-моң менән баҫыуын, тылдан килгән һәр посылка, балаларҙың хаттары, һүрәттәренең уларға ниндәй шатлыҡ килтереп, тулҡынландырыуын, уларҙы рухландырыуын аңлай.
Айгөлдөң юлдашы, хәбәрһеҙ юғалған улын эҙләп Ростовҡа юлланған Әсә образы бик күптәрҙең күңел торошона ауаздаш булып, уй-кисерештәрен яңыртҡандыр. Уның һүҙҙәре лә һәр тамашасы, һәр әсәнең йөрәгенә үтеп инде.
Ни бары ике сәғәт кенә бергә булып өлгөрә Айгөл менән Фаил. Яугирҙарға хәрби заданиеға юлланырға бойороҡ килә...
- Ике сәғәт үҙе бер ғүмер. Был күрешеү барыбыҙҙың йөрәктәренә ышаныс, йылылыҡ һалды, һин беҙгә бөтөн Башҡортостанды алып килдең, рәхмәт һиңә, - ти Фаил ҡатыны менән хушлашып...
Күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел был тамашаны. Фаил менән Айгөлдөң, Әсәнең, яугирҙарҙың кисерештәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәләк булған яугирҙарҙың, алғы һыҙыҡтағыларҙың яҡындары ғына түгел, тотош зал иланы...
Эйе, барыбыҙҙы илаттығыҙ, Мөнир Сәхиулла улы һәм “Нур” театры артистары. Тиҙерәк Еңеү килеп, илебеҙҙә тыныслыҡ, именлек урынлашып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙар иҫән-имен әйләнеп ҡайтып, бөгөнгө күҙ йәштәре шатлыҡ йәштәренә әйләнһен ине.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас