+12 °С
Облачно
Антитеррор

Белгәнебеҙҙе өйрәттек, белмәгәнде өйрәндек

16 майҙа районыбыҙҙың М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары Стәрлебаш районында ойошторолған ғаилә фестивалендә ҡатнашты.

Белгәнебеҙҙе өйрәттек, белмәгәнде өйрәндекБелгәнебеҙҙе өйрәттек, белмәгәнде өйрәндек
Белгәнебеҙҙе өйрәттек, белмәгәнде өйрәндек

Стәрлебаш ауылының саңғы базаһында Халыҡ-ара ғаилә көнө, Башҡортостан Республикаһында “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылы һәм "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә ҙур ғаилә фестивале уҙҙы. Унда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин, Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы Айгөл Иҙрисова ҡатнашты.
- Был фестиваль ысын мәғәнәһендә берҙәмлек, ғаилә йылыһы һәм спорт байрамы булды, - ти район ирекмәндәре штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова тәьҫораттары менән уртаҡлашып. - Сара йолаларҙы, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап бер төптән эшләгәндә һәм берҙәмлек булғанда ғына йәмғиәтебеҙҙең һәр звеноһы көслө һәм ныҡлы булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне.
Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы майҙансығында Стәрлебаш, Ғафури, Миәкә, Бишбүләк райондары һәм Межгорье ҡалаһы ирекмәндәре МХО биләмәһендәге яугирҙарға әҙерләнгән төрлө ярҙам саралары, уникаль экспонаттар күргәҙмәһе ойошторҙо. Районыбыҙҙың “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда һәр ҡунаҡ ҡатнашып, алғы һыҙыҡтағы һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә алды. Шулай уҡ төрлө тарафтан йыйылған ирекмәндәр эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Фестивалдә шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә "Ике дәүер – бер батырлыҡ" асыҡ республика турниры фестивалдең тантаналы мәлдәренең береһе булып, келәмгә ысын рух көсөн һәм милли көрәш оҫталығын күрһәткән иң көслө батырҙар сыҡты.
"Ғаилә зарницаһы 2.0" хәрби-патриотик уйыны майҙансығында ла дәрт һәм команда рухы хакимлыҡ итте. Был һынау балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен үҙ-ара ярҙам һәм берҙәмлек аша еңеүгә ынтылыуҙа берләштерә. МХО биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам йыйыу маҡсатында хәйриә зумба-фестивале ойошторола. Фестиваль барышында йыйылған бөтә аҡса фронт ихтыяждарына йүнәлтеләсәк.
- Районыбыҙ ирекмәндәре фестиваль барышында Ғаилә паркы аллеяһына ағастар ултыртыуҙа ла ҡатнашты. Фестивалдә ҡатнашыу беҙҙең өсөн бик файҙалы, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булды. Ошондай мәртәбәле сараға саҡырғандары өсөн стәрлебаштарға бик рәхмәтлебеҙ, - ти Рәмзиә Сергеевна. – Үҙебеҙҙең эшебеҙҙе күрһәтеп, аңлатыу менән бер рәттән, яңы идеялар менән рухланып, дәртләнеп ҡайттыҡ.
Мәрхәбә Собханғолова әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас