+13 °С
Облачно
Антитеррор

Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр

Районыбыҙҙа бөгөн гуманитар ярҙамды йыйыу, әҙерләү һәм тейәп оҙатыу менән "СВОих не бросаем", М.Шайморатов исемендәге, “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабтары шөғөлләнә.

Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәрЕңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр

Йөҙҙәрсә кешенең фиҙаҡәр хеҙмәте, битараф булмағанлығы һәм яҡташтарының даими ярҙамы арҡаһында кәрәкле йөктәр даими рәүештә алғы һыҙыҡҡа ебәрелә.
18 майҙа Красноусолдағы элекке Уҡытыу-производство комбинатында (УПК) иҫтәлекле патриотик сара үтте. Ул махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итеп, үҙҙәренең изге эштәре менән Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән Ғафури ирекмәндәренә рәхмәт һүҙҙәре еткереүгә арналды. Сараның уҙғарыусыһы булып Светлана Таһирова етәкселегендәге Ғафури районының “СВОих не бросаем” ирекмәндәр штабы торҙо. Штаб урынлашҡан бинала 2025 йылдан фронттағыларға дрондарға ҡаршы одеялдар тегеү цехы “тегенселәр “батальоны” (швейбат) эшләй. Ул ирекмәндәрҙе туплаусы һәм берҙәмлек клубына әүерелгән. Фойела күргәҙмәләр урын алған.
Сараның ирекмәндәргә арналыуы әлеге ҡатмарлы мәлдә бик мөһим. Үҙҙәренең эштәрен ситкә ҡуйып, бушлай, бер нимәгә лә өмөт итмәй, яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға, изге эштәр ҡылырға ашыҡҡан илһөйәрҙәр яугирҙарға баһалап бөткөһөҙ теләктәшлек күрһәтә. Бының өсөн миһырбанлы, шәфҡәтле йөрәк, рухи көс кәрәк. Был сарала ла ауыр минутта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ихласлыҡтары, асыҡлыҡтары менән айырылған ышаныслы илһөйәрҙәрҙе күрҙек.
Ирекмән булыу – ул бик ҙур хеҙмәт, ул физик эш кенә түгел, ә күңел биреү, башҡаларҙы аңлау, ярҙам итеү, үҙ шәхси ваҡытыңды, көсөңдө һәм энергияңды башҡалар хаҡына аямау оҫталығы ул.
Сараға МХО ветерандары ассоциацияһы етәксеһе Илья Макаров, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һәм ҡаты яраланғандан һуң демобилизацияланған яугирҙар, ирекмәндәр саҡырылған. Штаб етәксеһе Светлана Таһирова ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үткәндән һуң, һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Гөлнара Ғөбәйҙуллина менән Эдуард Талиповҡа (бизнес-шериф булып яңы эш башлаған), иң төп ирекмән – хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Илфат Закировҡа бирелде. Улар барыһы өсөн изгелек һәм миһырбанлыҡ өлгөһө булған ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Гөлнара Ринат ҡыҙы гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем хәйриәлек эшмәкәрлеге күрһәткән районыбыҙҙың бер нисә ойошмаһына, атап әйткәндә, Күп функциялы үҙәк, Социаль фонд, Красноусол балалар шифаханаһы, “Тепловодоснабжение” МУП-ы, район электр селтәрҙәре коллективтарын район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне, иҫтәлеккә фронттағы рәхмәтле МХО яугирҙары ҡултамғалары менән флагтар тапшырылды. Сарала шулай уҡ әүҙем ирекмәндәр Александр Швецов, Вячеслав Маркисов, Анатолий Сторублёвкин, Борис Гулин, Фирғәт Зәйнуллин, швейбаттан Хәмдиә Сәғирова, Нуръямал Күсәрбаева, Рәмзиә Әбелғәйерова, Әлфиә Мөхәмәтйәнова, Райхана Сергеева, Ольга Савченко (барыһы ла Табын ауылынан), Ирина Короткова, Руфина Фәйзуллина, Гөлнара Ипатова, Рәфилә Ғүмәрова, Юлия Гулина, Зөлфәниә Мөхәмәтйәнова, Ольга Щвецова, Гөлнара Алтынбаева, Эльвира Бәхтейәрова һәм башҡалар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. “СВОих не бросаем” ирекмәндәр штабы Ирина менән Олег Афанасьевтарға (улдары МХО-ла) Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ҡыйыу йөрәкле Табын ауылынан алда билдәләп үтелгән бер нисә ҡатын-ҡыҙҙың ваҡыттары менән иҫәпләшмәй Красноусолдағы “швейбат”ҡа килергә йөрьәт итеп, тегенселәргә ярҙам итеүҙәрен билдәләнеләр, шулай уҡ һаҡселтәрҙәр үреүҙәре тураһында ла әйтеп үттеләр, уларҙың йыр-моңға ла маһир булыуы бергәләп йыр башҡарыуҙарында сағылыш тапты.
МХО яугиры Эмиль Әбелғужиндың ҡатыны Гөлдәр Әбелғужина 145-се диңгеҙ пехотаһы полкының командованиеһы һәм личный составы исеменән ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Ғафури районының “СВОих не бросаем” менән “Швейбат” ирекмәндәр штабтарына полктың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бейеүен бүләк итте. Ике улы РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, дүрт йыл МХО-ла булған уландары тураһында Венера Иванова бәйән итте, үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. МХО-нан ҡайтҡан Ринат Хәкимов даими рәүештә райондан гуманитар ярҙам алып тороуҙары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен һәм яугирҙар исеменән ярҙам йыйыусыларға, килтереүселәргә ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе.
Илһөйәрлеккә һәм изгелеккә ҡоролған сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, барыһын да сәй табыны артына саҡырҙылар, ҡунаҡтар һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Бутҡаны һалдаттың ысын алюмин тәрилкәһенән һәм сәйҙе шундай уҡ көрөшкәнән тәҡдим иттеләр.
Барыһы ла илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, күптән көткән Еңеү килһен, ир-егеттәр иҫән-имен тыуған яҡтарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә таралышты саранан.

Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас