

Район хакимиәтендә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Түңәрәк өҫтәл артында ветерандар, шулай уҡ һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән эшләү мәсьәләләре тикшерелде. Инвалид ветерандар өсөн торлаҡты яраҡлаштырыу, социаль яҡлау һәм ғәҙәти тормошҡа ҡайтыусыларға эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итеү айырым контролдә тора.
Осрашыуҙа Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙың әсәһе Розалия Ғәлиеваға БР “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”нан һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был наградалар уларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль әһәмиәтле проекттарға үҙ өлөшөн индергәндәре өсөн бирелде.
Артабан “Имәнкәй” балаларҙың ял-һауыҡтырыу лагерында “Батырлыҡ дәресе”, Ғафури районының махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Илья Макаров һәм башҡа МХО ветерандары ҡатнашлығында “Ватанды һаҡлаусылар” программаһына фильм төшөрөүҙәр үтте.
Ошо уҡ көндө “Махсус хәрби операция ветерандарына торлаҡты яраҡлаштырыу” программаһы буйынса Башҡортостан Республикаһындағы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Айрат улы Зарипов етәкселегендә фондтың Ғафури районы филиалының социаль координаторҙар командаһы, муниципаль комиссия һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте вәкиле менән берлектә мөһим эштәр башҡарҙы. Комиссия махсус хәрби операция ветерандары (инвалидлыҡ алғандар): Имәндәш ауылынан Айрат Йәғәфәров, Табындан Серёжа Шамилов һәм Красноусолдан Илья Макаровтың торлаҡ шарттарын тикшерҙе.
Торлаҡты яраҡлаштырыу процесы документтар менән эшләүҙе, уларҙы раҫлауҙы үҙ эсенә ала. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының эксперт советы ҡарар сығарғандан һуң, яугир янына үлсәүселәр килеп, мәғлүмәттәрҙе һәм эштәр төрҙәрен аныҡлай. Һуңғы этап булып реабилитация саралары менән тәьмин итеү тора.
- Беҙ Ватанға хеҙмәт итеүгә үҙҙәрен бағышлағандар өсөн уңайлылыҡты һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең ни тиклем мөһимлеген аңлайбыҙ. Яҡын арала йорттарына барған геройҙар махсус адаптация саралары аласаҡ. Был саралар уларға торлаҡтарын ысынлап та уңайлы һәм комфортлы тормошҡа яраҡлы итергә ярҙам итәсәк, - ти социаль координаторҙар.
- Торлаҡты яраҡлаштырыу - ул ремонт ҡына түгел, һәр ветерандың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырылған хәүефһеҙ һәм уңайлы урын булдырыу, – тип аныҡлыҡ индерҙе “Ватанды һаҡлаусылар” республика фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
- Өйгә ҡайтҡас, геройҙарыбыҙҙың тулы тормош алып барыуы бик мөһим: эшләргә, уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, туғандары менән ваҡыт үткәрергә. Ветерандарға уңайлы шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, – тип билдәләне статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды инвалидлыҡ нозологияһына бәйле адаптация саралары менән тәьмин итә. Бының өсөн Красноусолдағы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы социаль координаторҙарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.