+18 °С
Ясно
Антитеррор

Хәтер мәңгелек

Күптән түгел Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәбендә “Беҙҙең заман Геройҙары” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә “Герой партаһы” асылды. Был парта махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙар – Әлтәф Мөхәмәҙи улы Заһиҙуллин, Илдус Әхмәтгәрәй улы Әбделмәнов, Рөстәм Рәхим улы Аҙнағолов, Әхәт Хатмулла улы Ғәлимуллин, Рәзим Рафаил улы Дәүләтовтың яҡты иҫтәлегенә булдырылған.

Хәтер мәңгелекХәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек

Сарала “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, райондың М.Шайморатов исемендәге “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова, “Ышаныслы тыл” көмөш ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Миңнисара Заһиҙуллина, МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре, ҡатындары, туғандары, ауылдаштары, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.
Илен-ерен һаҡлап яуға ингәндәр
Сараны алып барыусы уҡытыусылар Роза һәм Илһам Искәндәровтар тантананы шиғыр юлдары менән асҡас, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны. Ватан саҡырһа халҡыбыҙ һәр ваҡыт тыуған илен һаҡларға күтәрелгән. Был яугирҙар ҙа, үҙенең тыуған иле, ерен, халҡын һаҡлап, яуға юлланған.
Әлтәф Заһиҙуллин 1970 йылдың 10 февралендә Имәнлек ауылында тыуып үҫкән. 1987 йылда Йөҙимән мәктәбен тамамлағас, Красноусолдағы 130-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға керә һәм водитель һөнәрен ала. 1988 йылда армияға саҡырылып, хәрби бурысын сик буйы ғәскәрҙәрендә снайпер вазифаһында үтәй. Артабан тыуған Салауат исемендәге колхозда шофёр, комбайнсы, тракторсы булып эшләй. 2007 йылда Красноусолға күсенеп, Себер тарафтарында вахта ысулы менән водитель булып эшләүен дауам итә. 2023 йылдың 3 ноябрендә РФ оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. Хеҙмәтен 71-се гвардия мотоуҡсылар полкының 42-се мотоуҡсылар дивизияһында МСО наводчигы вазифаһында башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 30 сентябрендә МХО барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. 9 декабрҙә тыуған ауылында хөрмәтләп ерләгәндәр.
Илдус Әбделмәнов 1971 йылдың 6 апрелендә Имәнлек ауылында тыуған. 1978 йылда Йөҙимән мәктәбенә уҡырға килә һәм унда 10-сы класты тамамлағас, Өфөгә һөнәрселек мәктәбенә уҡырға бара. 1989-1991 йылдарҙа әрме хеҙмәтен Венгрияла үтәй. 2023 йылдың 24 апрелендә контракт төҙөп, МХО-ға юллана. 2025 йылдың 21 майында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, батырҙы 31 октябрҙә тыуған ауылына алып ҡайтып, һуңғы юлға оҙатҡандар.
Рөстәм Аҙнағолов 1986 йылдың 9 мартында Аҡташ ауылында тыуған. 1992 йылда беренсе класҡа барған, 5-се класта уҡығанда ғаиләләре Ҡауарҙы ауылына күсенә. 2010 йылда армия сафына алынып, Екатеринбургта махсус тәғәйенләнешле медицина отрядында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас Өфө ҡалаһына эшкә китә. 2026 йылдың мартында РФ оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Махсус хәрби операция зонаһында ошо йылдың 6 апрелендә һәләк булған. Яугирҙы 7 майҙа тыуған яғына алып ҡайтып, хөрмәтләп Имәнлек ауылында ерләгәндәр.
Әхәт Ғәлимуллин 1979 йылдың 2 авгусында Имәнлек ауылында тыуып-үҫкән. 1986-1994 йылдарҙа Йөҙимән мәктәбендә уҡып, 9-сы класты тамамлаған. 2001-2003 йылдарҙа, һәр ир-егеткә хас булғанса, әрме хеҙмәтендә уҡсы вазифаһында үҙ бурысын үтәп ҡайта. Унан һуң вахта ысулы менән эшләй. 2025 йылдың 10 ғинуарында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, 4 майҙа Имәнлек ауылы зыяратында ерләнгән.
Рәзим Дәүләтов 1987 йылдың 12 апрелендә Имәнлек ауылында тыуған. 1994-2003 йылдарҙа Йөҙимән мәктәбендә белем ала. Унан һуң Өфөләге 13-сө һөнәрселек училищеһында уҡып, ташсы, монтажсы, иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 2007 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Калининград өлкәһендә матрос булып хеҙмәт бурысын үтәй. Әрме хеҙмәтенән һуң Татарстанда Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизациялана. Мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итә. 2024 йылдың 15 мартында хәрби бурысын үтәгәндә яу яланында һәләк була, Яр Саллы ҡалаһы зыяратында ерләнгән.
Геройҙар - беҙҙең ғорурлыҡ
Был сарала тәүге һүҙ мәктәп директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллинаға бирелеп, ул үҙ сығышында: “МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре, ҡатындары, балалары, һеҙгә тик сабырлыҡ, түҙемлек теләйем. Мәктәбебеҙ һәр ваҡытта үҙенең уҡыусылары менән ғорурлана. Бына бөгөн беҙ Герой партаһы асабыҙ. Ул инде ошонда уҡыған кисәге уҡыусыларыбыҙ, бөгөнгө геройҙарыбыҙ. Беҙ уларҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ, уларҙың альбомдарын төҙөй башланыҡ, уны тулыландырыу өсөн һеҙҙән ярҙам көтәбеҙ һәм мәғлүмәттәрҙе күберәк бирерһегеҙ тип ышанып ҡалам. Геройҙарҙы онотмабыҙ, һәр ваҡыт хәтерләп торорбоҙ”, - тине.
- Туғаныбыҙ мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡыһа ла, юғары уҡыу йортона ашыҡманы, атайыбыҙҙың һөнәрен һайланы һәм тракторсы булып ошо ерҙәрҙе эшкәртергә, иген үҫтереп, ауылда йәшәргә ниәт ҡылды. Матур итеп тормош көттө, донъяны яратты, ғүмеренең ҡыҫҡа булырын белдеме, йәшәп ҡалырға ашыҡты. Тиҙерәк еребеҙгә тыныслыҡ килһен, балалар һәр саҡ бәхетле йәшәһен. Ошо донъяның тәмен, ғәмен белеп, дуҫ-татыу булып йәшәйек, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрәйек, - тип сығыш яһаны Гөлдәр Мөхәмәҙи ҡыҙы һәм ошо мәктәптең иң яҡшы уҡыусыларына матур теләктәр еткереп, туғаны Әлтәф Мөхәмәҙи улы исемендәге премияны тапшырҙы.
Әлтәф Мөхәмәҙи улының бер туған апаһы Миңнисара Заһиҙуллина ла сығыш яһап, барыһына изге теләктәр юлланы һәм ошо сараға килгән, Салауат исемендәге колхозда рәйес булып эшләү дәүерендә ошо ауыл егеттәренә ҙур терәк-таяныс булған Рәфис Харисовҡа, МХО яугирҙарына ваҡыт менән иҫәпләшмәй, һәр саҡ ярҙам иткән Рәмзиә Насироваға, Рәмзиә Юлмөхәмәтоваға, Фирғәт Зәйнуллинға һәм башҡаларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтте.
Яугирҙың тормош иптәше Гөлфиә Заһиҙуллина ла матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, “Герой партаһы” асыуҙы ойоштороусыларға, мәктәп коллективына сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе, уҡыусыларҙы тырышып уҡырға, тәртипле, тәрбиәле булырға саҡырҙы һәм мәктәпкә аҡсалата премия тапшырҙы.
Сарала ҡатнашыусылар алдында “Ватан һаҡсыһы атайы” йәмәғәт миҙалына лайыҡ булыусы Рәфис Исмәғзәм улы, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы, Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы, Рәмзиә Сергеевна сығыш яһап, матур теләктәре, уй-фекерҙәре менән бүлештеләр.
“Геройҙар партаһы”н асыу хоҡуғы “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова, “Ышаныслы тыл” көмөш ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Миңнисара Заһиҙуллинаға бирелде. Партанан аҡ япма алынғас, унда ҡәнәфер сәскәләре һалынды, һуңынан тантанала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Әйткәндәй, май айында Йөҙимәндә махсус хәрби операцияла һәләк булған Рөстәм Иҙрисовҡа, ил сиге һаҡсылары көнөндә Имәнлек ауылында Илдус Әбделмәнов, Рөстәм Аҙнабаев, Рәзим Дәүләтовҡа мемориаль таҡтаташ асылған.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин: “Ҡуйылған мемориаль таҡтаташ, “Герой партаһы” ысын ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, патриотизм өлгөһө булып, киләсәк быуындарҙы рухландырып торасаҡ. Уларҙың батырлығы һәм Ватанға тоғролоғо тураһында иҫтәлекте мәңге һаҡлаясаҡ”, - тине был тантаналар тураһында һөйләп.
Илебеҙ Геройҙарының ҡаһарманлығы ауылдаштарының күңелендә, туғандарының йөрәгендә, исемдәре яҙылған парталарҙа ултырған уҡыусылар хәтерендә мәңге һаҡланыр.

Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Хәтер мәңгелек
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас