+20 °С
Ясно
Антитеррор

“Улар беҙҙең төп кешеләр!”

“Ил Президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам сараларын киңәйтеүгә ҡағылышлы мөһим Указға ҡул ҡуйҙы.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ҡарамағына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тағы ла ике категорияһы инде: улар – инвалидлыҡ алғандан һуң Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеүен дауам итергә ҡарар иткән яугирҙар һәм МХО уҙғарыу биләмәһенә күршеләш төбәктәрҙә ҡораллы һөжүмде кире ҡағыу бурысын үтәгән хәрби хәрәкәттәр ветерандары.
Хәҙер Фонд яғынан булған барлыҡ ярҙам саралары, шул иҫәптән реабилитация өсөн техник саралар алыу, торлаҡты ҡулайлаштырыу мөмкинлеге һәм башҡалар - уларға ла ҡағыла.
Был ҡарар бик ғәҙел тип иҫәпләйем. Үҙ йәһәтенән республика ла үҙебеҙҙең ҡаһармандарҙы һәм уларҙың яҡындарын иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыуын дауам итәсәк. Гел әйтә киләм – улар беҙҙең төп кешеләр. Был позициябыҙ үҙгәрмәйәсәк”, - тип яҙҙы үҙенең интернет-сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы контакттары: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 13/15 һанлы йорт һәм Минһажев урамы, 107-се йорт, телефон: +7(347)268-01-02.
Ғафури районындағы социаль координаторҙарҙың адресы: Красноусол ауылы, Коммунистик урам, 15-се йорт.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас