+28 °С
Болотло
Антитеррор

Улар тыныс тормошта ла кәрәгәсәк

Бөгөн дошманды юҡ итеү өсөн файҙаланылған “Баба-Яга"лар ерҙе эшкәртәсәк һәм икмәк үҫтерергә ярҙам итәсәк. Был уйҙырма түгел, ә ысынбарлыҡ,-  ти  “Тир” позывнойлы оператор

Был хаҡта “Горобзор” мәғлүмәт-яңылыҡтар порталына «Себер» бригадаһының “Тир” позывнойлы БПЛА хеҙмәте начальнигы хәбәр итте. Хәрби хеҙмәткәр ни өсөн  компьютерҙа уйнарға яратҡан йәштәрҙең  пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең нигеҙе булып китеүен, коптер операторының граждан пилотынан нимә менән айырылыуын һәм киләсәктә «Баба-Яга» дронының нисек ер һөрөүен аңлата. "Тир" әйтеүенсә, БПЛА операторы пилот ҡына түгел, ә инженер, химик һәм тактик.

-Хәрби операторҙы граждан пилотынан хәрби частар менән эшләү оҫталығы айыра. Был - штаттан тыш көн һайын боеприпастар менән эшләү. Беҙ уларҙы икенсел зарарлаусы элементтар менән “тулыландырабыҙ”, маҡсатҡа ҡарап фугас көсөн арттырабыҙ, -тип аңлатты ул.

“Тир” шулай уҡ  Рәсәй Ҡораллы көстәренең элита ғәскәренә нисек эләгергә икәнен дә аңлатты. Башта ҡулды күнектереү өсөн «Liftoff» кеүек симуляторҙарҙы үҙләштереүҙән башларға кәрәк. Бынан һуң махсус курстарға яҙылырға мөмкин, ә дәрестәрҙе фронтовиктар- тәжрибәле инструкторҙар бирә.

-Һәр нәмәне ябай, күнегелгән, үҙең белгәндән башлап, әкренләп  ҡатмарлы мәсьәләләргә күсергә кәрәк. Әгәр уҡыу барышында теләһә ниндәй шарттарҙа, ямғырҙа ла, ҡарҙа ла эшләй алыуыңды аңлап,  дошманды табыу өсөн ландшафтты ентекле күҙәтә алһаң һәм сабырлығың оҙаҡҡа етә икән, тимәк, һин беҙҙең кеше», - ти тәжрибәле белгес.

Ул беҙҙең мәктәптәрҙең донъяла иң яҡшы һәм төплө белем биреүен билдәләне. Уны тамамланғандан һуң  ҡыйыу рәүештә Оборона министрлығы менән килешеүгә  ҡул ҡуйырға мөмкин, ти ул.  “Тир” шулай уҡ  яугирҙың фронтта алған күнекмәләрен юғалтмайынса тыныс  тормошта ла ҡуллана аласағын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

-Геодезия буйынса эшләү, ландшафт төшөрөү, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итеү - быларҙың барыһы ла тыныс тормошта ла кәрәгәсәк, ундай белгестәргә ихтыяж ҙур буласаҡ. Бөгөн дошманды юҡ итеү өсөн файҙаланылған  шул уҡ “Баба-Яга" ерҙе эшкәртәсәк һәм икмәк үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Был уйҙырма түгел, ә ысынбарлыҡ,-  ти ул.

2025 йылда Башҡортостан аграрийҙары БПЛА ярҙамында 25 мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы ерҙәрен эшкәрткән, ә 2030 йылға республика хужалыҡтарында пилотһыҙ аппараттар паркы 150 берәмеккә етеүе ихтимал. Төбәк үҙе БПЛА еетештереү буйынса лидерҙарҙың береһе буласаҡ. Мәҫәлән, 2025 йылда бында туғыҙ меңдән ашыу аппарат етештерелгән, операторҙар әҙерләү үҙәктәре күпләп асыла.

-Минең өсөн “Алға, Башҡортостан!” тигән саҡырыу оло мәғәнәгә эйә. Был минең тыуған яғым, ғаиләм йәшәгән, бала сағым үткән бәләкәй Ватанымды иҫкә төшөрөү. Хатта бында, һуғышта, һин үҙеңдең  тыуған республикаңдың йөҙө булыуыңды иҫкә төшөрөргә тырышаһың. Хәрби заданиеға барғанда ла, әгәр көсһөҙлөк йәки ҡурҡаҡлыҡ күрһәткән осраҡта  республикаң намыҫына, йөҙөнә тап төшөрөүеңде иҫтә тотаһың. Шуға ла һин атакаға барғанда ла үҙ алдыңа ғына булһа ла ”Алға, Башҡортостан” тип ҡабатлайһың,- ти дроновод.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы яҙмаһынан Мәрхәбә Собханғолова әҙерләне.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас