+21 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Августа , 05:20

Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар таҫмаларҙы алып ҡулдарға...

Районыбыҙҙың күп ауылдарында ирекмәндәр - төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ебәреү өсөн ихлас һәм изге теләк-доғаларын ҡушып, маскировкалау селтәрҙәре үрә. Уларҙың күңел йылыһын һеңдергән был селтәрҙәр алғы һыҙыҡта яугирҙарҙы, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы һәм башҡа мөһим объекттарҙы йәшереү өсөн киң ҡулланыла.

Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар таҫмаларҙы алып ҡулдарға...Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар таҫмаларҙы алып ҡулдарға...
Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар таҫмаларҙы алып ҡулдарға...

Был тәңгәлдә Красноусолдан “Ышаныслы тыл”, Мораҡтан “Россияночка” ирекмәндәре, Родина-Ватан, Буруновка, Яңғыҙҡайын, Яугилде, Толпар, Ҡурғашлы,Ҡауарҙы һәм башҡа ауыл ҡатын-ҡыҙҙары әүҙемлек күрһәтә.
Үткән аҙнала район мәҙәниәт һарайында “Ышаныслы тыл”, “Россияночка” һәм Буруновка ауылы ирекмәндәре араһында маскировкалау селтәре үреү буйынса әһәмиәтле сара - конкурс ойошторолдо. Унда “Ышаныслы тыл” штабынан Светлана Морозова, Тамара Сидорова, “Россияночка”нан Любовь Иванова менән Ольга Кириллова һәм Буруновканан Фәйрүзә Сәмиғуллина ҡатнашты. Конкурс шарттары буйынса ирекмәндәр үҙҙәренә бирелгән 4 таҫманы тиҙ һәм хатаһыҙ итеп үрергә тейеш ине.
Көн һайын түләүле эшкә йөрөгәндәй селтәр үрергә килгән конкурсанттарҙың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. 2-3 минут үттеме-юҡмы, һәр береһе таҫмаларҙы нигеҙгә үреп тә бөткәйне инде. Ауылдар буйлап селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп йөрөгән “Ышаныслы тыл” штабы етәксеһе Миннисара Заһиҙуллина менән Валентина Германова уларҙың эшен тикшереп - энә күҙәүенән үткәреп, барыһына ла юғары баһа ҡуйҙы. Хәйер, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Юғарыла әйтеп үтелеүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәрен күптән был эштең оҫтаһы тип танытып өлгөргәндәр. “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре, мәҫәлән, бөгөнгө көнгә 638 селтәр үрһә, “Россияночка”лар 500-ҙән арттырған. Ә бына Буруновканан Фәйрүзә Әхтәм ҡыҙы яңғыҙы ғына алғы һыҙыҡҡа 42 селтәр үреп оҙатҡан. Родина ирекмәндәре лә үҙ иҫәптәренә 246 селтәрҙе яҙып ҡуйған. Конкурсанттарҙың һәр береһенә татлы приздар тапшырылды.
Был сара конкурс ҡына түгел, селтәр үреүгә яңы ҡушылыусылар өсөн үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе лә булды.
Әйткәндәй, Красноусол ирекмәндәре конкурс бара, тип эштәрен туҡтатманы, махсус станоктың икенсе яғында селтәр үреүҙәрен дауам итте. Бәйгегә йомғаҡ яһалғандан һуң ғына бер мәлгә генә туҡтап, М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова менән бергәләп талсыҡҡан бармаҡтар, ҡулбаш һәм арҡаға ял биреп, физик күнегеүҙәр эшләп алдылар ҙа, йәнә күмәкләп эшкә тотондолар.
Сараны дауам итеп, Красная Поляна ауылынан Сергей Тимофеев ирекмәндәргә ил именлеге хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ҡаһарман яугирҙарға арнаған шиғырҙарын уҡыны. Барыһы ла тын ҡалып, күҙ йәштәренә күмелеп тыңланы Сергей Дмитриевичты.
Күмәк кешегә эш сыҙаймы инде. Район мәҙәниәт йорто методисы, был әһәмиәтле сараны ойоштороусы Елена Рябова һүҙен йомғаҡлап, унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуға сираттағы селтәрҙең эшен теүәлләп, станокка яңы нигеҙ элеп тә өлгөрҙөләр.
Һуңынан инде аралашыу “Әкиәт” кафеһында сәй табыны артында дауам итте.
М.Мәмәтҡолова.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас