

Һәр кем ҡулынан килгәнсә Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла. Туғай ауылынан Фәнис Сәлихов та ихатаһында торған машинаһын алғы һыҙыҡҡа, “Башҡортостан” полкында ил именлеген һаҡлаған “Гурзуф” позывнойлы яугирға ебәрергә йыйынған. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итеп, ғаилә башлығы көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсә.
Ошо көндәрҙә уның ҡатыны Раушания Мөхәмәт ҡыҙы мәрхүм иренең уй-ниәтен тормошҡа ашырып, "ВАЗ-2109" машинаһын алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырҙы. Аккумулятор, тормоз өсөн шыйыҡса алып, бер аҙ ремонтлағандан һуң был машина сираттағы гуманитар ылау менән “Башҡортостан” полкына оҙатыласаҡ.
- Һәр һалдат беҙ бергә икәнебеҙҙе тойорға тейеш. Беҙҙең бурыс - кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итеү. Яугирҙарыбыҙ тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, йорт-ил тыныс булһын, - ти Раушания Сәлихова.
Илебеҙ өсөн оло һынау ваҡытында районыбыҙ халҡының яугирҙарға ярҙам итеп, Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүе оло маҡтауға лайыҡ.
М.МЫРҘАЯНОВА.