+23 °С
Облачно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Августа , 09:55

Илдә тыныслыҡ, ғаиләләрҙә бәхет булһын

Август мөһим ваҡиғалар менән бер рәттән йөрәкте йылытҡан шатлыҡлы ваҡиғаларға ла бай.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдары осоронда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ һөйгәндәре менән яҙмыштарын бәйләп, ғаилә ҡорорға ла өлгөрәләр. Август баштарында Ҡаранйылға ауылынан “Саит” позывнойлы яугир менән Наҙгөл, 18 августа Красноусолдан “Корбан” позывнойлы яугир менән Елена ғаилә ҡороп, никахтарын рәсмиләштерҙе. Был инде ниндәй генә ауыр һынауҙар ваҡытында ла тормоштоң дауам итеүе, мөхәббәттең, ышаныстың һәм өмөттөң һәр ваҡыт еңеүе тураһында һөйләй.
2024 йылда үҙ теләге менән ил именлеге һағына баҫҡан “Саит” Даян Мурзин исемендәге башҡорт полкының минометсыһы. “Корбан” - гвардия өлкән лейтенанты, МХО-ның тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта.
Яугирҙар тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, бер-берендә терәк, йылы һәм бәхет тапҡан.
- Һәр кемдең иңендә — илдең киләсәге өсөн бурыс, намыҫ һәм яуаплылыҡ. Яугирҙарҙың шәхси бәхетен дә табыуы ҡыуаныслы. Бындай никахтар ысын мөхәббәт өлгөһө булып тора, ул аралар йыраҡлығынан да, һынауҙарҙан да ҡурҡмай. Һеҙгә ғаилә усағын һаҡлап, ҡул-ҡулға тотоноп йәшәүегеҙҙе теләйем. Илдә тыныслыҡ, өйҙәрегеҙҙә һәр ваҡыт уңайлылыҡ, муллыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу хөкөм һөрһөн. Бер-берегеҙгә һәр яҡлап ярҙам итегеҙ, һәм мөхәббәтегеҙ иң ышаныслы һаҡланыу сараһы булһын,- тип яҙа район хакимиәте башлығы Венер Вахитов ғаилә ҡороусыларҙы ҡотлап.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Илдә тыныслыҡ,  ғаиләләрҙә бәхет булһын
Илдә тыныслыҡ,  ғаиләләрҙә бәхет булһын
Илдә тыныслыҡ, ғаиләләрҙә бәхет булһын
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас