

Уларҙың береһе – “Министр” позывнойлы Павел Мединский - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир. 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланған яугирға тәүге көндәрҙән үк алғы һыҙыҡта Ватан мәнфәғәттәрен һаҡларға тура килә. Ҡаты алыштар мәлендә дошман дроны уға баштан аяҡ ҡаты, уңалмаҫ яралар һала һәм, оҙаҡ дауаланғандан һуң, сәләмәтлек торошо буйынса демобилизацияланып, хәҙер ҡатмарлы операцияларҙан һуң һауығыу юлын үтә. МХО-нан ауыр яралар менән ҡайтҡан Павел Сергеевич менән быйыл май айында Красноусолдағы элекке Уҡытыу-производство комбинатында (УПК) уҙған патриотик сарала танышҡайныҡ.
Павел Сергеевич Буруновка ауылында Мединскийҙар ғаиләһендәге өс бала араһында уртансыһы булып донъяға килә. Тыуған ауылы мәктәбендә белем ала, 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы колледжда һөнәр үҙләштерә. Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафына хеҙмәткә алынып, Бурятияла мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта. Заводта эшләй, артабан үҙ эшен асып, автосервис, шиномонтажды үҙ эсенә алған автомашиналар ремонтлау менән шөғөлләнә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙы Татьяна Александровнаға өйләнеп, улдары Михаилға атай була, уға 4 йәш. 2022 - махсус хәрби операция иғлан ителгән йылда донъяға килгән улын яратып та, атай булыу бәхетен дә кисереп өлгөрмәй, мобилизациялана. Башта Пенза ҡалаһында учебкала булып, әҙерлек үткәндән һуң, П.Мединскийҙы мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә, 6-сы ротаға тәғәйенләйҙәр. Һуғыш юлын снайпер булып башлап, артабан өлкән уҡсы-атыусы (стрелок) булып дауам итә.
- 2025 йылдың 23 декабрендә хәрби бурысты үтәп ҡайтып килгәндә дошман дроны шартлау (ике тапҡыр) һөҙөмтәһендә ҡаты яраландым, ярсыҡтар бөтөн тәнде йәрәхәтләгән һәм башыма ла тейеп, аңымды юғалтҡанмын. Санкт-Петербургҡа госпиталгә оҙатылып, ошонда аңыма килдем. Хәтерем яртылаш ҡына яйға һалынғайны, күп нәмәне иҫләмәй инем, яйлап ҡына барыһын да иҫкә төшөрҙөм. Ярай, ҡатыным, улымды, яҡындарҙы, дуҫ-туғандарҙы иҫләй инем, - ти Павел. - Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт, миңә һәйбәт ҡатын тура килтергәнгә. Ҡатыным минең өсөн өҙөлөп тора, ауыр мәлдә терәгем-таянысым, һаулығым тураһында хәстәрлек күрә, бары минең иҫән, һау-сәләмәт булыуым өсөн тырыша, - ти тормош юлдашына рәхмәтле булып. Мединскийҙар Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙ фатирҙарында йәшәйҙәр, Буруновкалағы йорттарына ялға ҡайтып йөрөйҙәр. Ауылда эш булмағанлыҡтан, әсәһе лә ҡалала эшләй һәм йәшәй, быйыл пенсияға сығасаҡ, һеңлеһе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы менән ағаһы мәрхүмдәр.
Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың 2026 йылдың 24 майындағы Указы менән, махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән ҡыйыу һәм тәүәккәл ғәмәлдәре өсөн Павел Мединский “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. МХО-нан сәләмәтлеге буйынса ҡайтарылған Павел бөгөн һәр кем өсөн батырлыҡ өлгөһө булып тора.
- Бөтә күңелемдән ҡотлайым һәм тиҙерәк һауығыуыңды теләйем! Һинең менән ғорурланабыҙ, яугир! – тигән теләген еткерҙе район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.