+19 °С
Ясно
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Августа , 04:00

Берҙәмлек менән көслөбөҙ!

Алғы һыҙыҡҡа йәнә бер машина һәм яугирҙар һорауы буйынса тупланған ылау оҙатылды.

Берҙәмлек менән көслөбөҙ!Берҙәмлек менән көслөбөҙ!
Берҙәмлек менән көслөбөҙ!

Еҙем-Ҡаран ауылынан ике улдары ла МХО биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаған Дилара Закуан ҡыҙы менән Фәнил Миниәхмәт улы Вәлиевтар ғаиләһе тураһында гәзитебеҙ битендә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Улар ҡаты яраланыу сәбәпле демобилизацияланған кесе улдары Илнар (“Суйын” позывнойлы) менән бергәләп алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һәм “Колхоз” позывнойлы Динарға даими ярҙам итә.
Был юлы Вәлиевтар Динарға һәм уның яуҙаштарына бик тә кәрәкле булған “УАЗ-Хантер” машинаһын оҙатты. Изге эштән Еҙем-Ҡаран ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы. Алғы һыҙыҡтағы ауылдаштарының үтенесе буйынса улар бензин бысҡыһы, уға запас частар, ә Буруновкалар рация ебәрҙе. Ҡурғашлы ауылы ағинәйҙәре төрлө йәшелсә консервалары, шифалы үләндәр, тәмлекәстәр әҙерләһә, Ҡарағай ауылы халҡы резина итек, бирсәткә, носки, трико кеүек бик күп кәрәкле әйберҙәр килтергәйне. Мораҡ ауылынан “Россияночка” ирекмәндәр төркөмө Еңеү проекты буйынса үрелгән маскировкалау селтәрҙәре оҙатты.
- Яугирҙың әсәй-атаһы Дилара Закуан ҡыҙы менән Фәнил Минәхмәт улы һәм МХО ветераны Илнар Фәнил улы Вәлиевтарға, сираттағы ылауҙы тупларға ярҙам иткән ауылдар халҡына ҙур рәхмәт. Беҙҙең ярҙам яҡташтарыбыҙға тыуған яҡ йылыһын еткереп, уларға көс-рух өҫтәһен. Артабан да шулай берҙәм булайыҡ. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ,- ти Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе Рәмзиә Насирова.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас