Форум гуманитар эшкә йомғаҡ яһау һәм яңы патриотик башланғыстарҙы планлаштырыу өсөн майҙансыҡ булды.
Фойела ирекмәндәр, ижади оҫтаханалар күргәҙмәләре, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Ватанды һаҡлаусы Әсәһе”, “Ватанды һаҡлаусы Ғаиләһе” фотокүргәҙмәләре эшләне. Уларҙы һәр береһе рух көсөн, мөхәббәтте һәм тоғролоҡто сағылдырҙы.
I “Барыһы ла Еңеү өсөн!” республика ҡатын-ҡыҙҙар форумын “Башҡортостан республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” ҡатын-ҡыҙҙар статусын үҫтереү һәм уның йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы ойошторҙо.
Форумда ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов, Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, партияның төбәк сәйәси советы президиумы ағзаһы Александр Мельников сығыш яһаны. Тай боксы буйынса донъя чемпионы Зарина Исламова менән Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов мөһим сараға йыйылыусыларҙы видеояҙма аша сәләмләне.
Форумдың эшлекле программаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто, «Башҡортостан республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар Союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан башланды.
Сараның тантаналы өлөшөндә лайыҡлылырға дәүләт наградалары тапшырылды. Рәсәйҙең билдәле ғалимәһе, педагогия фәндәре докторы, профессор Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Ул 2011 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһай, ә 2022 йылдан «Халыҡ дауалаусылары мәктәбе»етәксеһе булып тора.
Журналист, Башҡортостан республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Советы ағзаһы Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы Латипова Салауат Юлаев Орденына лайыҡ булды. БР-һы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы ағзаһы булараҡ Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы мәғрифәтселек эше менән әүҙем шөғөлләнә, мәктәп уҡыусылары өсөн рухи ҡиммәттәрҙе һәм тыуған яҡҡа һөйөүҙе һаҡлауға йүнәлтелгән саралар ойоштора. Шулай уҡ Башҡортостан республикаһының Маҡтау грамоталары һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғариф Отличнигы» маҡтаулы исемдәре, МХО -ла һәләк булған яугиҙарҙың ғаиләләренә Батырлыҡ Ордендары тапшырылды.
Докладтарҙың төп блогы урындарҙа практик эш һәм стратегик бурыстарға арналды. «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» рәйесе Гөлнур Ҡолһарина форумдың темаһы Ватанға хеҙмәт итеү аша Рәсәй үҙенсәлеген формалаштырыу тигәнгә тап килә, тип билдәләне. Татарстандан Марина Солдатова «Бөгөлмә районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы» проектының төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһен тәҡдим итте. Вилә Баймырҙина йәмәғәт ойошмаһының традицияларҙы һаҡлауҙан тылды нығытыуға күсеүе хаҡында һөйләне.
Форум сиктәрендә шулай уҡ «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының сираттан тыш съезы ла үтте, унда 273 делегат ҡатнашты. Йәмғиәт советы һәм идара составы һайланды, ойошма Уставына үҙгәрештәр индерелде.
- Бөгөн беҙ фекерҙәштәр йыйылышын ғына түгел, ә ысын ҡатын-ҡыҙ көсөн күрҙек. Башҡортостан ҡатын -ҡыҙҙары үҙҙәренең тылда эшләүенең тәртип, фиҙаҡәрлек һәм уртаҡ маҡсатҡа ышаныс талап иткән фронт булыуын иҫбатланы. "Барыһы ла Еңеү өсөн!” форумы йыл һайын үткәрелер тип ышанам, - тине Гөлнур Ҡолһарина йомғаҡлау һүҙендә.

Форумда Ғафури районы делегаттары ла ҡатнашты. "Ышаныслы тыл" ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары үҙ эштәренән күргәҙмә ойошторҙо. Сара барышында Буруновка ауылынан ирекмән Фәйрүзә Әсҡәт ҡыҙы Сәмиғуллина һәм "Швейбат" цехынан Руфина Шәрипова “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.