

Ил һағына ул үҙ теләге менән уҙған йылдың ноябрендә баҫты. “Тыуған илем алдында ант биргән һалдатмын. Мин унда булырға тейешмен. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әхмәтғариф олатайым Украинала башын һалған. Хәсән бабайым Советтар Союзы Геройы ине, уның менән сикһеҙ ғорурланам,” тип үҙенең ҡарарының ныҡлы булыуын аңлатты ул был мөһим аҙымды яһағанда.
Иптәшем Покровск йүнелешендә хәрби бурысын үтәй. “Үҙ илемдең патриоты булараҡ, киләсәгебеҙ имен, тыныс, яҡты булһын өсөн тауыш бирәм. Һайлау – иртәгәге көн өсөн үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алыу ул. Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп, һайлауҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш тип уйлайым. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – ти Рәмил Ниғмәтйән улы.
Һайлау участкаһынан сығыуға командованиенан шатлыҡлы хәбәр килеп төштө: хәрби бурысын үтәгәндәге ҡыйыулығы өсөн Рәмил Кинйәбаев Жуков миҙалы менән бүләкләнәсәк! Тормош иптәшем менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уға сәләмәтлек, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.