

Дәрестә ҡатнашыусылар араһында махсус хәрби операция биләмәһендә ауыр йәрәхәттәр алған, әммә бирешмәгән, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмайынса, спортта, сәйәсәттә һәм бизнеста уңыштарға өлгәшкән кешеләр бар ине. Мәҫәлән, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы социаль координаторы Олег Мөфтәхетдинов – “Ватанды һаҡлаусылар кубогы” бөтә Рәсәй ярыштары чемпионы. Райондашыбыҙ, МХО ветераны Илья Макаров ҡошсолоҡ йүнәлешендә эш башлап, бүҙәнәләр үрсетеү менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә шулай уҡ алғы һыҙыҡтан ауыр яраланып ҡайтҡан Павел Сипливчак менән берлектә районда яугирҙар өсөн реабилитация үҙәге асыу буйынса эш алып баралар.
Ветерандар уҡыусыларға алғы һыҙыҡтағы тормош, хәрби дуҫлыҡ һәм үҙ көсөңә, үҙ-үҙеңә ышаныу һәм ғаиләгә ярҙам итеү теләге ауыр яралар эҙемтәләрен еңеп сығырға ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
17 йәшендә ике аяҡһыҙ ҡалған Ирек Зариповтың исеме һәр кемгә, һәр үҫмергә, спорт һөйөүсегә билдәле. Ирек Айрат улы дәрестә ҡатнашыусы шайморатовсыларға реабилитация тарихы һәм дүрт Паралимпия уйындарында еңеүгә өлгәшеү өсөн күпме тырышлыҡ, ихтыяр көсө талап ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, төп дәғүәсенең һәр ваҡыт кешенең үҙендә булыуын аңлатты. Һәр кем, ниндәй хәлдә булыуына ҡарамаҫтан ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һәр ваҡыт үҙ алдына, “мин мотлаҡ еңәсәкмен!” тигән маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшеү өсөн бар һәләтен, тырышлығын һалырға тейеш, тине ул.
Гимназистарҙа яҡташыбыҙ Илья Макаровтың сығышы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Илья Николаевич ҡаты яраланыу сәбәпле демобилизацияланып өйөнә ҡайтҡас, агробизнес менән шөғөлләнергә ҡарар итеүе һәм ҡошсолоҡ (бүҙәнә) фермаһын асыуы тураһында һөйләне. Уның һүҙенсә, был килем сығанағы ғына түгел, ә үҙеңә һәм башҡаларға тормоштоң дауам итеүен һәм уның яңы мәғәнәләр, оло маҡсаттар менән тулы булыу мөмкинлеген иҫбатлау ысулы ла.
Олег Мөфтәхетдинов, үҙ сиратында, балаларҙы ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа һәм һәр ваҡыт үҙ алдыңа амбициоз спорт бурыстары ҡуйырға саҡырҙы. Ветерандар бер тауыштан билдәләүенсә, Тыуған илгә һөйөү бәләкәйҙән – өлкәндәрҙе хөрмәтләүҙән, уҡыуҙа тырышлыҡ һәм үҙ бурыстарыңа намыҫлы мөнәсәбәттән башлана. Ҡунаҡтар Шайморатов класы уҡыусыларына йәш патриоттар исемен хөрмәт менән йөрөтөүҙәрен һәм легендар комдив традицияларын лайыҡлы дауам итеүҙәрен теләне.
Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса ойошторолған Шайморатов кластары төбәктә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү системаһының мөһим элементы булып тора. Стандарт мәктәп программаһынан тыш, тәрбиәләнеүселәр тарихты, тыуған яҡты өйрәнеү һәм хәрби эш нигеҙҙәрен тәрән өйрәнә, шулай уҡ физик әҙерлеккә етди иғтибар бүлә. Уҡытыусылар фекеренсә, бындай осрашыуҙар балаларға батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөләрен күрергә ярҙам итә, был - гражданлыҡ тойғоһо буйынса иң яҡшы һабаҡ. Хәҙерге заман геройҙары менән йәнле аралашыу йәштәрҙә аныҡ әхлаҡи йүнәлештәр формалаштыра һәм үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһон нығыта.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.