+20 °С
Облачно
Антитеррор

Балалар именлеге – үҙегеҙҙең ҡулда

Йәй миҙгеле етеү менән юлдарҙа балалар ҡатнашлығындағы авариялар менән хәл киҫкенләшә. Быға байтаҡ факторҙар сәбәпсе, сөнки балалар күп ваҡытын ололар күҙәтеүенән тыш урамда уҙғара.

Балалар именлеге – үҙегеҙҙең ҡулдаБалалар именлеге – үҙегеҙҙең ҡулда
Балалар именлеге – үҙегеҙҙең ҡулда

Быйыл 14 июлдә бәлиғ булмаған үҫмер идара иткән мототранспорт юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте. Асыҡланыуынса, был көндө киске сәғәт 10-дар тирәһендә “Фольскваген Поло” автомобилендә район үҙәгенең К.Маркс урамынан килгән гражданка Х., көйләнеүсе юл сатында һул яҡҡа, Калмыков урамына боролған саҡта К.Маркс урамынан тура китеп барыусы “Альфа Вента” мопедына юл бирмәйенсә, уны бәрҙерә. Мопед дәүләт теркәү номерһыҙ булған, 2011 йылғы бәлиғ булмаған М. идара иткән, шулай уҡ бәлиғ булмаған И. Уның пассажиры булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, баш һөйәге һәм мейеһенең ябыҡ травмаһы, баш мейеһе һелкенеүе, һул яҡлап янбаш һөйәгенең ябыҡ һыныуы диагнозы менән үҫмер И. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се ҡала клиник дауаханаһына илтелә.

Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури буйынса бүлеге ата-әсәләрҙе иҫкәртә: скутер һәм мотоциклдар уйынсыҡ түгел. Правалары булмаған килеш балаларығыҙҙы уларҙа йөрөргә рөхсәт итеп, һеҙ уларҙы үлемесле хәүефкә дусар итәһегеҙ, шулай уҡ үҙегеҙгә административ яуаплылыҡ алаһығыҙ. Онотмағыҙ: балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге – һеҙҙең ҡулда.

Раян МӨХӘМӘТШИН,

бүлек начальнигы, полиция подполковнигы.

Балалар именлеге – үҙегеҙҙең ҡулда
Балалар именлеге – үҙегеҙҙең ҡулда
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас