

Газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө көс, теүәллек һәм юғары яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәткәрҙәр байрамы. Уларҙың яуаплылығынан ойошма-предприятиеларҙың уңышлы эшмәкәрлеге, граждандарҙың именлеге тора. Ошо уңайҙан “Газпром газ бүлеү Өфө” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат ҡалаһы филиалы Ғафури комплекслы газ хеҙмәте начальнигы Рөстәм Хажиәхмәт улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:
- Районды “зәңгәр яғыулыҡ” менән тотороҡло һәм аварияһыҙ тәьмин итеү туранан-тура газ тармағы хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһенән тора. Шуға күрә беҙҙә үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡараған эшселәр тупланған. 71 кешене берләштергән Ғафури комплекслы газ хеҙмәтенең квалификациялы белгестәренән торған коллективы һөнәри байрамды һәйбәт ҡаршылай.
"Зәңгәр яғыулыҡ" төпкөлгә лә барып етте
“Газпром” үҙенең инвестиция программаһы бу-йынса бығаса газ үткәргестәр булмаған ауылдарға ла ауыл-
ара линиялар төҙөү менән шөғөлләнә. Районыбыҙҙың төпкөл урман төбәге ауылдарына ла газ селтәрҙәре барып етте. Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолҡан һәм Ҡаранйылға, Ташбүкән ауыл биләмәһенең Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән, Ҡурғашлы ауылдарына газ үткәргестәр һуҙып, файҙаланыуға тапшырылды. Районыбыҙ буйынса “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителгән ауылдар һаны 47 булды.
Уҙып барған йылда газ үткәреү буйынса беҙҙең коллектив иңендә иң мөһим күләмле объекттарҙан Красноусолдағы Чушкин урамында яңы төҙөлгән күп фатирлы йортто, Ҡаранйылға, Ҡурғашлы, Түбәнге Ташбүкән ауылдары клубтарын “зәңгәр яғыулыҡҡа” тоташтырыу тора. Тағы ла ҙур эштәрҙең береһе – Балалар шифаханаһына ер аҫтынан һуҙылған газ үткәргестәрҙе Усолка йылғаһы аша күсереп һалыу эштәре бара. Газды редукциялау линиялары: Рус Саскүле ауылында алмаштырылды, Имәнлек ауылында тулыһынса газ бүлеү пункты (ПРГ) яңыртылды.
Уңайлы программа
2022 йылда башланған газды өйгә килтереп еткереү (догазификация) программаһы буйынса эш бара. Программа буйынса 100 мең һумлыҡ субсидия күмәк балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, пенсионерҙарға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға бирелә. Был программаға ярашлы, тораҡ пунктҡа тиклем һуҙылған газ үткәргес торбанан кеше йәшәгән биләмә сигенәсә газ бушлай һуҙыла, йәғни сығымдар беҙҙең газ бүлеүсе ойошма иңенә һалына. Ошо сиктән өйөнөң эсенә газ үткәреү һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуҙы ҡулланыусы үҙ иҫәбенә башҡара. Программаға эләгеү өсөн газ хеҙмәте офисына килеп, йәки Күп функциялы үҙәктә ғариза ҡалдырырға кәрәк. Был программа буйынса йыл һайын халыҡтан 300 тирәһе заявка ҡабул ителә. Ағымдағы йыл башынан 197 заявка үтәлеп, участка сигенә тиклем газ үткәргес һуҙылды, сиратта - 103 заявканы йыл аҙағына тиклем хәл итеү.
Быйыл халыҡҡа файҙаланыу срогы сыҡҡан газ ҡорамалдарын (ҡаҙанлыҡтар, колонкалар, плиталар), счётчиктарҙан тыш, диагностикалау хеҙмәтен күрһәтә башланыҡ. Был йәһәттән кешеләр беҙгә мөрәжәғәт итә ала. Әгәр ҙә кеше диагностикалауҙы йылға бер тапҡыр үткәрелгән газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү ваҡытында үткәрергә теләһә, хаҡтың осһоҙораҡ булыуы хаҡында әйтеп китергә кәрәк.
Газ бүлеү пункттарын, ҡоҙоҡ һәм япҡыстарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ. Беҙ булған газ селтәрҙәрен, ҡорамалдарҙы файҙаланырлыҡ хәлдә тотоу менән шөғөлләнәбеҙ, уларҙың туҙыу кимәлен тикшерәбеҙ, кәрәк икән реконструкция һәм ағымдағы ремонт яһайбыҙ, шулай уҡ йорт эсендәге газ приборҙары һәм селтәрҙәре хәүефһеҙ файҙаланылһын өсөн граждандар менән дә эш алып барабыҙ. 2026-2027 йылғы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәрен тамамлау алдындабыҙ.
Хәүефһеҙлекте тәьмин итәбеҙ
Йылына бер тапҡыр мотлаҡ уҙғарылырға тейешле техник хеҙмәтләндереүгә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләрҙең был эште атҡарыуға белгестәрҙе өйҙәренә индермәү осраҡтары йышая бара. Был тәңгәлдә быйылдан закондар ҡәтғиләнде. Законға ярашлы, беҙҙең белгестәрҙе индермәгән адресаттарҙы газ менән тәьмин итеү туҡтатыласаҡ. Газ - үтә лә хәүефле, шуға ла улар үҙҙәрен һәм яҡындарын ғына түгел, ә күрше-тирәләрен, башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуйыуын онотмаһын ине.
2013 йылдың 14 майындағы “Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын (ВДВГО) файҙаланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар тураһында” 410-сы һанлы РФ ҡарарына төҙәтмәләргә ярашлы, йыл әйләнәһенә файҙаланылған ҡорамалдарҙың вентиляция һәм төтөн юлдарын тикшереү кварталға бер тапҡыр мотлаҡ үткәрелергә тейеш. Быға шәхси йорттарҙа уларҙың хужалары яуаплы булһа, күп фатирлы йорттарҙа - идарасы компания.
Беҙҙең үҙ магазиныбыҙ бар, күп йылдар дауамында уңышлы эшләп килә. Беҙ һатылған тауар өсөн тулыһынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Әгәр етешһеҙлек асыҡланһа, уны үҙ көсөбөҙ менән төҙәтәбеҙ. Бынан тыш, һәр тауарға гарантия бирелә. Банк ҡатнашлығынан тыш процентһыҙ бүлеп түләү (рассрочка) мөмкинлеге бар, ә район буйлап бушлай илтеп бирәбеҙ.
Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ
Кадрҙар менән тәьмин ителгәнбеҙ, ни бары бер электрогазосварщик талап ителә. Һөнәри белеме булмағандарҙы үҙебеҙ уҡытабыҙ.
Коллективҡа килгәндә, бер кемде лә айырып билдәләргә теләмәйем, сөнки һәр кем үҙенең һөнәри бурысына яуаплы ҡарай, эштәре күләмле булыуға ҡарамаҫтан, уны етди һәм теүәл башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан бер нисәүһен: Александр Леонидович Рогачёвты, Наил Мәжит улы Ямалетдиновты, Дмитрий Сергеевич Матвеевты, Андрей Александрович Маркеловты бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек, Маҡтау грамоталарына лайыҡ буласаҡтар. Бер хеҙмәткәребеҙ, офицер Фәрит Ҡоҙайғолов өлөшләтә мобилизацияның тәүге көндәренән үк, дүрт йыл инде махсус хәрби операция биләмәһендә нацистарға ҡаршы көрәшә, лайыҡлы хеҙмәте өсөн наградаларға лайыҡ булған, йәй ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Илһөйәрлек йәһәтенән ул һәр кемгә өлгө һәм беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып тора.
Форсаттан файҙаланып, үҙемдең һәм Филиал етәкселеге исеменән барлыҡ коллективты, беҙҙең тармаҡта эшләп, хаҡлы ялдағы хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларҙы һөнәри байрамыбыҙ – Нефтселәр һәм газсылар көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған яуаплы эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаиләләрендә именлек, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.