

Красноусол ауылының Свердлов урамындағы яңы йорттағы фатирҙар күсеп йәшәй башларға тулыһынса әҙер: сантехника, аш-һыу әҙерләү өсөн плитә ҡуйылған, бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Күс тә, матур итеп матур итеп йәшәй башла.
-Был яҙмыш бүләге түгел, ә дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһе. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү - Президентыбыҙ башлап ебәргән «Ғаилә» милли проектының мөһим өлөшө. Дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә һуңғы өс йылда ғына 29 етем бала фатир алған. Ата-әсәһеҙ ҡалған һәр баланың үҙ йорто булһын өсөн, был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Фатирлы булыусы йәштәрҙе ихлас ҡотлайым. Йортоғоҙ ышаныслы ҡәлғә булып, унда һәр ваҡыт йылы, уңайлы һәм тыныслыҡ хакимлыҡ итһен. Иртәгәһе көнгә ышаныс, уңыштар һәм бәхет теләйем,- тине йәштәрҙе тәбрикләп район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.
Фатир асҡысы йәштәргә ныҡлап аяҡҡа баҫырға, киләсәккә яңы уй-ниәттәр, пландар ҡорорға этәргес булһын.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.