

Алексей Александрович Солопон һөйгәне Диана Рим ҡыҙы менән “Красноусол” шифаханаһына ял итергә килгән. Ял мәлен иҫтәлекле һәм мөһим ваҡиға итеп хәтерҙә ҡалдырыу өсөн Алексей Александрович алдан уҡ никахтарын тап данлыҡлы шифахана менән бәйләп, Ғафури районы ЗАГС-ында теркәргә ҡарар иткән була. Диана Рим ҡыҙы бындай сюрпризға шатланып, хайран ҡалған.
-Йәш парға ҙур ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ, тормошта бик күп уңышлы һәм шатлыҡлы мәлдәр, үҙ-ара ихтирам, мөхәббәт һәм гармония теләргә генә ҡала,- тип яҙа ЗАГС бүлеге мөдире Зәлиә Сәйфуллина.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.