

Август аҙағында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов “Бәйләнештә” селтәрендә элекке Красноусол быяла заводы майҙансыҡтарын артабан файҙаланыуға һәм завод янындағы биләмәне төҙөкләндереүгә бәйле яңылыҡтар менән уртаҡлашты.
-Минераль һыуҙар заводының генераль директоры Александр Хотнянский менән элекке Красноусол быяла заводы биләмәһен үҫтереү стратегияһын тикшерҙек. Инвестор етештереүҙе киңәйтеү тураһында уйлаша. Һәм ул был майҙансыҡты етештереү цехы булараҡ ҡына түгел, ә иҡтисади үҫештең перспективалы нөктәһе итеп ҡарай, - тип яҙа Венер Фәнир улы. - Беҙҙең ориентир - был урынды сәнәғәт туризмы үҙәге булараҡ үҫтереү. Республика башлығы Радий Хәбиров та иҫке биналарҙың тарихи һәм туристик ҡиммәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, был позицияны билдәләгәйне. Әле “Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар” бөтә Рәсәй конкурсына заявка биреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Конкурста еңеүгә өлгәшкән осраҡта беҙ байтаҡ федераль аҡса йәлеп итеп, завод яны биләмәһен комплекслы төҙөкләндерә, бында уңайлы мөхит һәм матур туристик кластер булдыра аласаҡбыҙ.
- Күп быуындар өсөн был завод оло ғорурлыҡ, хеҙмәт батырлыҡтары йылъяҙмаһы һәм тарихи хәтерҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Дәүерҙәр бәйләнешен һаҡлап ҡалыу һәм легендар майҙансыҡҡа икенсе ғүмер биреү беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ, - тип билдәләне хакимиәт башлығы Венер Вахитов.
Был изге эштә район етәкселегенә уңыштар теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.