+7 °С
Ясна
Антитеррор
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь , 08:50

Матурлыҡҡа ынтылып йәшәйек

9 сентябрь – Бөтә донъя матурлыҡ көнө булараҡ билдәләнелә. Тарихта беренсе Матурлыҡ бәйгеһе Бельгияла 1988 йылда була. Ә Донъя гүзәлен тәүге тапҡыр Лондонда 1951 йылда һайлайҙар. Ә Матурлыҡ көнө 1995 йылда эстетика һәм косметология менән шөғөлләнгән халыҡ-ара комитет тарафынан иғлан ителә. Был көндө косметологтар, косметика етештереүселәр һәм һатыусылар, пластик хирургтар, моделдәр бизнесы хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡ булдырыуға ҡатнашҡан бөтә кеше үҙ итә.

Матурлыҡҡа ынтылып йәшәйекМатурлыҡҡа ынтылып йәшәйек
Матурлыҡҡа ынтылып йәшәйек

Матурлыҡ төшөнсәһе күп яҡлы. Тәбиғәт матурлығынан тыш, ерҙә кеше ҡулдары ла матурлыҡ тыуҙыра. Һәр кем үҙен, йәшәгән ерен, йортон, тирә-йүнен матурлай. Күңеле менән матурлыҡҡа ынтылып йәшәүселәр тирә-яҡтағыларға ла шул нурҙы таратырға тырыша. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә матур, һөйкөмлө булһа ла, тәбиғәттән бирелгән гүзәллекте һаҡлап, заманса технологиялар алға киткән мәлдә, матурлыҡты арттырыу өсөн булған мөмкинлектәрҙе лә ҡуллана. Улар йыш ҡына ярҙам һорап матурлыҡ салондарына мөрәжәғәт итә. Красноусолда хеҙмәтләндереү урыны, бихисап үҙ клиенттары булған визажист Юлиә Әсфәндийәрова үҙ өҫтөндә даими эшләүсе, ижади ҡарашлы ошондай оҫталарҙың береһе.
Кешеләргә матурлыҡ өләшкән салонға килеп инеү менән бындағы таҙалыҡҡа, уның зауыҡ менән биҙәлешенә һоҡланмау мөмкин түгел. Бында клиенттар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Тап килтереп ҡуйылған урында сәй, ҡәһүә эсеп алырға ла була.
- Хәҙер махсус магазиндарҙа косметика тулып ятһа ла, нисек кенә булмаһын, ваҡыты-ваҡыты менән махсус салонда булып, косметолог, визажист, парикмахер, массажист һымаҡ оҫталар ҡулында тәрбиәләнеп алыу кәрәктер тип уйлайым. Сөнки ошо өлкәлә эшләгән оҫталар һине матурлап ҡына ҡалмай, кәңәштәрен дә бирә, үҙеңдең матурлығыңды күрһәтергә, асырға ярҙам итә, үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра тиһәң дә була. Матурлыҡ һәр саҡ иғтибар талап итә бит. Мин үҙ эшемде яратып, күңел биреп башҡарам. Мәктәп йәшендәге балаларҙан алып, 80-де уҙған өлкән даими клиенттарым бар. Улар беҙҙән үҙҙәренең төҫ-ҡиәфәтенән ҡәнәғәт булып, кәйефтәре күтәрелеп сығалар. Ошо матурлыҡ салонын булдырыусы Гүзәл Маннанова етәкселегендә (ул үҙе косметолог), массаж яһаусы Флүрә Фәйезова һәм мин берҙәм эшләйбеҙ. Кәрәк икән сәс киҫтереү һәм рәткә килтереү өсөн оҫта парикмахерҙарҙы ла саҡырабыҙ. Һәр саҡ ошо йүнәлештә белемебеҙҙе камиллаштырыу өсөн онлайн курстар үтеп, уҡып торабыҙ, материалдар ҙа үҙгәреп тора бит. Элек ситкә сығып та эшләй инем, хәҙер үҙ эш урынымда ғына хеҙмәтләндерәм. “Форсат” йәштәр үҙәгендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ, фотопроекттар эшләйбеҙ.
Минең өсөн ғаилә тормошо ла мөһим. Тормош иптәшем Ринат Ришат улы менән өс бала үҫтерәбеҙ. Зарина ҡыҙыбыҙ 5-се класта уҡый, Артур улыбыҙ менән Ләйлә ҡыҙыбыҙ “Миләшкәй” балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙҙарымды ла нәфис ҡыҙ бала итеп, үҙҙәренең матур гүзәл зат икәнен аңларға өйрәтеп үҫтерергә тырышам. Ҡыҙҙарҙа, бигерәк тә йәш үҫмерҙәрҙә, йыш ҡына үҙ йәшенә тура килмәй торған макияж яһау күҙәтелә. Биттең матурлығына баҫым яһау кәрәк, йәғни биҙәнеү - кешенең матурлығын да асып ебәрергә тейеш, ә ниндәй ҙә булһа кәмселектәрҙе иһә дөрөҫ итеп йәшерә белеү мөһим, - тип, үҙ эше һәм тормошо менән таныштырып үтте Межгорьела тыуып-үҫеп, Красноусолға килен булып төшкән, гүзәл заттарға матурлыҡ өләшеүсе Юлиә Гулом ҡыҙы.
Визажист - макияж өлкәһендәге белгес, ул макияж аша матурлыҡты булдырыу, төҙәтеү йәки күрһәтеү менән шөғөлләнә. Теге йәки был сараға белгес-визажистар биҙәндергәндә, һин үҙеңдең матур төҫ-ҡиәфәтең менән балҡып торасаҡһың. Юлиә Әсфәндийәрова бөгөн матурлыҡ индустрияһында ҡайнаған тәжрибәле белгес, уға был һөнәре табыш ҡына түгел, ҡәнәғәтлек тойғоһо ла килтерә. Уға бер килгән кешеләр ҡабаттан яҙыла, яңылары ла байтаҡ. Асыҡ йөҙлө, мөләйем Юлиә клиенттарға ҡарата иғтибар-ихтирам кеүек күркәм сифаттарға ла эйә.
Үҙеңдең матур, ҡараулы икәнлегеңде аңлау кәйефте күтәрә, ундай кешенән яҡшы энергия бөркөлә. Күркәмлек өсөн ваҡыт бүлә, аҡса сарыф итә белеү ҙә мөһим нәмә шул. Заманалар нисек кенә ауыр булмаһын, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылып, бер-беребеҙҙе дәртләндереп, ҡанатландырып йәшәйек!

Матурлыҡҡа ынтылып йәшәйек
Матурлыҡҡа ынтылып йәшәйек
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас