

Ҡул эше менән шөғөлләнмәгән ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ул. Кемдер сигә, кемдер бәйләй, кемдер тегә. Бөтә ошо һөнәрҙәрҙе үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ осрай. Ҡайһы берәүҙәр быны башлыса аҡса эшләү сығанағы итеп алһа, икенселәр ғаиләһен кейендерә, өйөн биҙәй, ә өсөнсөләр өсөн ул - күңел талабы.
Юлыҡ ауылы ҡыҙы Наилә лә бәләкәйҙән ҡул эштәренә әүәҫ була.
“Үҙемде белә-белгәндән тегенергә, бәйләргә яраттым. Сигеүгә лә өйрәндем”, - ти бөгөн Наилә Әмир ҡыҙы.
Нәүфилә Ғәйзулла ҡыҙы менән Әмир Кәрим улы Кәримовтарҙың ишле ғаиләһендә - 6 ҡыҙ һәм 4 малай араһында үҫә Наилә.
- Юҡлыҡ, ауыр замандарҙы ололар хәтерләйҙер инде. Магазинда кейем-һалым бик юҡ. Шуғалыр ҙа инде инәйем төндәр буйы теген машинаһында беҙгә кейем-һалым тегә, нимәнелер ырғаҡ менән бәйләй торғайны. Улай ғына ла түгел, күрше-тирәләрҙең һорауы буйынса уларға ла күлдәктер, салбарҙыр тегә ине, - тип шул осорҙо иҫкә ала ул. – Ҡыҙҙар араһында мин иң бәләкәйе. Гелән генә инәйем янында булғанғалыр инде, яйлап машинала тегергә өйрәндем. Апайымдарҙан ҡалған күлдәк-итәктәрҙе ҡыҫҡартып, үҙгәртеп, үҙемә оҡшағанса тегеп кейә башланым. Иң ҡыҙығы - апайымдарҙың береһендә лә был шөғөл ҡыҙыҡһыныу уятманы...
Наилә лә күңеленә ятҡан был шөғөлгә баштараҡ бик әһәмиәт бирмәй. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, байтаҡ йылдар “Красноусол” шифаханаһында экскурсовод, бүлек мөдире булып эшләй. Шулай ҙа күңеленә яҡын шөғөлөн дә ташламай.
- Үҙемә, ҡыҙҙарыма кейемде, хатта пальтоны үҙебеҙгә оҡшағанса итеп кенә үҙем тектем, - ти Наилә. - 21-се йылдар, ковид осоронда саҡ “өлгөрөп етеп”, күңелемә яҡын шөғөлгә тотонорға ҡарар иттем. Быныһы бер булһа, икенсенән, төрлө типтағы машиналар, хатта, өйгә һыймай башлағайны...
Күп уйлап тормай, Наилә ҡуртымға бүлмә алып, тейешле документтарын туплап, “Энәкәй” (“Иголочка”) ательеһын асырға йөрьәт итә.
- Шифаханала эшләгәндә үк, хеҙмәттәштәремә йыш ҡына: “Үҙемдең ательены асҡым килә”, - ти торғайным. – Шуға рәхмәтлемен, улар минең тәүге клиенттарым булды. Хәйер, электән үк ниндәйҙер фасон буйынса кейем тегергә кәрәк саҡта ла улар гелән миңә килә.
Наилә Әмир ҡыҙының үҙ эшен асыуына ла 6 йыл булып киткән. Хәҙер инде уның үҙ заказсылары, үҙ клиенттары. Кемдер үҙе һайлаған фасон буйынса күлдәк тектерергә тип килһә, урын кәрәк-яраҡтарына, тәҙрә ҡорғандарына, кейемде ремонтларға, ҡыҫҡартырға- тарайтырға тип килеүселәр ҙә бихисап. Уҡыу йылына әҙерлек башланыуға тотош кластары менән махсус спорт формалары, күлдәк менән алъяпҡыстар тегеүгә заказ алһа, йәштәрҙән йыл әйләнәһенә заманса итеп тегелгән көндәлек рәсми кейемдәр, йә булмаһа никах күлдәктәре тегеүгә заказдар ағыла башлай. Бейеү коллективтарынан да заказдар булып тора.
- Һуңғы бер нисә йылда милли кейемгә иғтибар ныҡ артты. Кемдәрҙер милли кейем элементтары менән заманса күлдәк тегергә тиһә, икенселәргә үҙебеҙҙең ерлектәге, Табын ырыуы башҡорттары кейеме кәрәк. Мәҫәлән, уҡсыларға боронғоса итеп буйлы ыштан, күлдәк, сапан, сәкмән тектем, ҡатын-ҡыҙҙарҙан әберкәле күлдәк, камзул, еләнгә заказдар байтаҡ булды, - ти Наилә Әмир ҡыҙы. - Заказдар буйынса милләттәрҙең йолаларын да белә башланым. Татарҙарҙа, мәҫәлән, ҡыҙ оҙатҡанда сигеүле таҫтамал булыуы мотлаҡ икән. Әрмән халҡында яңы тыуған сабыйға исем ҡушҡанда ғына кейҙерә торған махсус күлдәк бар имеш. Һорау буйынса уларҙы ла тегергә өйрәндем. Йәнә, клиенттарҙың үтенесе буйынса байтаҡ ҡына заманса ҡыя камзул, никах күлдәктәре тектем. Шулай уҡ түшелдерек, селтәр, хәситә кеүек милли биҙәүестәр өсөн нигеҙ (ерлек) тегеүҙе һораусылар бихисап. Районыбыҙҙың дин әһелдәренә лә байтаҡ күлдәк, еләндәр “тегеп кейҙерҙем”. Әле бына ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яулыҡ аҫтынан кейергә таҡыя тегеп ҡараным. Килеп сыҡты. Йәш ҡыҙҙар ҡыя камзул менән таҡыяны теләп һатып ала. Милли кейемдәр нисектер күңелемә яҡын, уларҙы ныҡлап өйрәнергә, һәр биҙәктең асылын аңларға тырышам....
Бейеү коллективтары өсөн төрлө милләт сәхнә кейемдәрен дә тегә оҫта.
- Һәр милли кейемдең мотлаҡ үҙ элементтары, биҙәктәре, айы-рым талаптары бар бит, - тим.
- Заказ булыу менән интернет селтәренә инеп, теге йәки был милләттең кейемдәрен өйрәнә башлайым. Кәрәкле туҡымаға, айырым биҙәүестәренә заказ бирәм һәм эшкә тотонам, - ти оҫта. - Теккән кейемдәрҙе оҡшатып, ихласлап рәхмәт әйтһәләр, тағы ла дәртләнеп китәм...
Наилә Әмир ҡыҙына уңыштар теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.