

Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 сит илдән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы IV Халыҡ-ара геология чемпионаты сиктәрендә донъя әһәмиәтендәге эталон геологик киҫелештә булды. Бында Алжир, Гвинея-Бисау, Замбия, Зимбабве, Мали, Мозамбик, Ираҡ, Иран, Йемен, Ҡытай, Палестин, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, Тажикстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Мексика һәм Венесуэла вәкилдәре килгәйне.
Сара “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла һәм дүртенсе йыл инде бөтә донъянан йәш геологтарҙы берләштерә. “ГеоВызов” фестивале геология һөнәрҙәрен популярлаштырыу, студенттарҙың һөнәри күнекмәләрен күтәреү һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн күп функциялы майҙансыҡ булып тора.
Сәфәрҙең төп маҡсаты - донъя әһәмиәтендәге “Торатау” геопаркына индерелгән уникаль стратиграфик “Алыҫ Төлкәҫ” һәм “Усолка” геологик киҫелештәре менән танышыу. Фәнни берләшмәлә был объекттарҙы “Алтын ҡаҙаҡ” тип атайҙар. Улар геологик дәүерҙәрҙең халыҡ-ара эталоны булып хеҙмәт итә. “Усолка” киҫеме - Рәсәйҙә Көньяҡ Уралда билдәләнгән һәм 2018 йылда Пермь системаһының Халыҡ-ара Хроностратиграфия шкалаһындағы Һаҡмар ҡатламының түбәнге сиге өсөн рәсмиләштерелгән тәүге Глобаль стратотипик киҫем һәм нөктә тигән юғары исемгә лайыҡ була. “Алыҫ Төлкәҫ” һәм “Усолка” киҫелештәре - ул матур урындар ғына түгел, ә бөтә донъя ғалимдары өсөн глобаль ориентирҙар. 2025 йылда улар халыҡ-ара “Алтын ҡаҙаҡ” статусын ала. Был уларҙың ер тарихын өйрәнеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын раҫлай.
Әлбиттә, бындай кимәлдәге ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү ҙур яуаплылыҡ. Районыбыҙҙа “ГеоВызов” чемпионатында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Эдуард Талипов һәм Гөлнара Ғөбәйҙуллина мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ихлас һәм йылы ҡаршы алдылар. Һәм, әлбиттә, беҙҙең төп тәбиғәт байлығыбыҙҙы - “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” уникаль геологик киҫелештәрен күрһәттеләр. Ҡунаҡтар өсөн экскурсияны педагог һәм гид Айрат Ришат улы Миңлебаев үткәрҙе. Уның һөнәри оҫталығы һәм белеме ярҙамында бында ҡатнашыусылар тау тоҡомдарын үҙ күҙҙәре менән күреп кенә ҡалманы, ә улар буйынса планетаның күп быуатлыҡ тарих биттәрен “уҡый” алды.
- Был үҙенсәлекле объекттарҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреү ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам. Бынан тыш, һеҙҙең башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолалары менән танышыу мөмкинлегегеҙ бар. Объекттарыбыҙҙың донъя стратиграфик йүнәлештәре булып хеҙмәт итеүе һәм бөтә донъянан йәш ғалимдарҙы үҙенә тартыуы менән ғорурланабыҙ, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Ғафури районының бизнес-шерифы Эдуард Нафиҡ улы.
Ғафури районы ҡунаҡтарҙың йөрәгендә фәнни тәьҫораттар ғына түгел, башҡорт ҡунаҡсыллығы хаҡында йылы хәтирәләр ҙә ҡалдырҙы. Экскурсия араһында уҙғарылған башҡорт бейеүе конкурсы ҙур һоҡланыу уятты. Теләүселәр милли кейемдәр кейеп, традицион хәрәкәттәрҙе дәртләнеп башҡарҙы. Иң яҡшы бейеүселәр тип Мозамбик, Зимбабве һәм Алжир вәкилдәре танылды. Еңеүселәргә башҡорт балы, ҡымыҙ һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре тапшырылды. Шулай уҡ теләүселәр милли биҙәүестәр, башҡорт балы, төрлө үләндәрҙән йыйылған сәй йыйылмаһы һатып алды.
Районыбыҙҙа сәйәхәт программаһы геология менән генә сикләнмәне. Ҡунаҡтар “Красноусол” шифаханаһындағы изге шишмәләргә барҙы, уларҙың тарихы һәм составы менән ҡыҙыҡһынды, ҡайһы берҙәре хатта һыуыҡ һыуға сумды. Районыбыҙҙың сылтырап ағып ятҡан Усолка йылғаһы, күккә олғашҡан тауҙары, таш ҡатламдары ла уларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итмәй ҡалманы.
Чемпионат өсөн урын һайлау осраҡлы түгел. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ярышта ҡатнашыусыларҙы тәүге көндәрҙә сәләмләп, республиканы “геологтар өсөн ожмах иле” тип атаны. “Бында уникаль ландшафт, боронғо Урал тауҙары, ЮНЕСКО-ның ике геопаркы һәм эталон киҫелештәре бар. Былар барыһы ла буласаҡ геологтар өсөн өйрәнер, тәжрибә туплар һәм фәнни асыштар яһар нигеҙ булдыра”, - тине.
Геологтар менән аралашҡанда ла улар Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларына, гүзәл тәбиғәтенә, ер өҫтөндә күренеп ятҡан байлыҡтарына таң ҡалыуҙарын йәшермәне. Алжир ҡыҙы: “Мин геолог һөнәрен һайланым, был фән менән шөғөлләнеү оҡшай. Башҡа яҡтарҙы ла күреү, үҙемдең белемемде киңәйтеү маҡсатында бында килдем. Һеҙҙең таулы ерҙәр генә түгел, унда үҫкән ағастар ҙа таң ҡалдырҙы”, - тип, тәржемәсе ярҙамында үҙ тәьҫораттары менән дә бүлеште.
Геолог өсөн был “Алтын ҡаҙаҡ”ты үҙ күҙҙәре менән күреү, боронғо йылъяҙманың төп нөсхәһенә ҡағылыу кеүек. Беҙҙең төбәк оҙаҡ ваҡыт ҡунаҡтарҙың хәтерендә ҡунаҡсыллыҡ, асыш һәм илһам урыны булып ҡалыр, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ быйылғы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында күп милләт халыҡтарының ҡулға-ҡул тотоношоп бейеүҙәре, беҙҙең төбәктә башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеү һәм берҙәм йәшәүҙең мөһимлеген дә күрһәтте.