+16 °С
Облачно
Антитеррор

Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...

Мәктәпкәсә бала саҡ бала шәхесен үҫтереүҙә төп һәм шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы этап булып тора. Был ваҡытта рухи-әхлаҡи сифаттарҙың нигеҙе һалына, баланың артабанғы белеме, ғөмүмән, кеше яҙмышы быға ныҡлы бәйләнгән.

Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...
Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...

Күптән түгел башҡорт халҡының милли-мәҙәни традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡтарҙың милли мәҙәниәте тураһында балаларҙың белемен киңәйтеү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү маҡсатында мәктәпкәсә йәштәге балалар һабантуйы үткәрелде. Сараны мәғариф бүлеге һәм “Бала саҡ ҡалаһы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ойошторғайны.
Байрам Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең залына балалар баҡсаларынан йөҙҙән ашыу кескәйҙәрҙе һәм тәрбиәселәрҙе йыйҙы. Ул Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында һәм иҫәбендә тормошҡа ашырылған “Аманат – Балаларға” проекты сиктәрендә үтте.
Иң тәүҙә барыһы ла Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңланы, бында балаларҙың ҡушылып йырлап тороуы ла ғорурлыҡ билдәһе булып тора.
Байрамды һабантуй батыры менән һылыуҡайы бүләккә яулыҡ, сиккән таҫтамал, ҡулъяулыҡ бәйләнгән ҡолға тотоп килеп инеүе менән башланды. Был сараны алып барыусылар Әнисә Фәнил ҡыҙы менән Лилиә Фәрит ҡыҙы һабантуйҙың ниндәй байрам булыуын да аңлатып үтте. Ә башҡорт камзулында килеп ингән айыу барыһының ҡарашын үҙенә тартып, байрамдың төп биҙәге булып торҙо.
Балаларҙың һабантуй байрамын тантаналы асҡас, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Лира Бәхтийәрова сығыш яһап, йыйылыусыларҙы ошо күркәм сарала ҡатнашыуҙарына үҙ ҡыуанысын белдерҙе һәм барыһына ла күтәренке кәйеф, уңыштар теләне.
Һабантуй бай йөкмәткеле, күңелле, сағыу үтте. Һәр балалар баҡсаһы матур бейеү номерҙары, йырҙар әҙерләгән ине. Сараның ярыш өлөшөндә балалар физик сифаттарын - кем көслөрәк, етеҙерәк һәм өлгөрөрәк, сосораҡ булыуын күрһәтте. Әлбиттә, ниндәй һабантуй ат сабышһыҙ булһын инде?! Бында ла малайҙар махсус эшләнгән "атҡа" атланып уҙышты. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереүҙә лә һыр бирмәне кескәйҙәр. Күмәкләп арҡан тартышыуҙы күҙәтеү бигерәк ҡыҙыҡ булды. Һабантуй майҙансығы балаларҙың шат тауыштарынан, дәртле бейеүҙәрҙән, йырҙарҙан һәм уйындарҙан гөрләп торҙо. Ярыштар тамамланғас, һабантуйҙың күрке булған кескәйҙәр ойоштороусылар тарафынан Маҡтау грамоталары алып һөйөндө.
Йыр-моң менән һуғарылған, күңелле уйындар менән оҙатылған балалар һабантуйы, һис шикһеҙ, был көндөң сағыу өлөшө булғандыр. Балаларға байрам көнөндә күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.

Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...
Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...
Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...
Етеҙҙәр, өлгөрҙәр, һәләтлеләр...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас