+17 °С
Облачно
Антитеррор

Табындар ҡорға йыйылды

Башҡорттар борон-борондан ырыуы менән берләшеп, йыйын йыйыр булған. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған уйҙарын белдереп, кәңәшләшеп, дөйөм бер фекергә килгән. Шуныһы һөйөнөслө, халҡыбыҙ бөгөн дә был йоланы тота һәм әленән-әле ырыу-аралар оло йыйын ҡороп, башҡарылған эштәргә байҡау яһай, киләсәккә яңы маҡсаттар билдәләй.

Табындар ҡорға йыйылдыТабындар ҡорға йыйылды
Табындар ҡорға йыйылды

19–20 июндә Табын ырыуы вәкилдәре лә ошо йоланы дауам итеп, Архангел районында үҙҙәренең VI съезын үткәрҙе һәм VIII "Табын-фест – 2026" төбәк-ара йәштәр фестивален ойошторҙо. Сара “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге” һәм Башҡортостанда иғлан ителгән “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылына арналды.
Табын ырыуҙары берләшмәһе төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Архангел районы хакимиәте ярҙамында ойошторған был мөһим сарала республиканың төрлө райондарынан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән табын ырыуы вәкилдәре ҡатнашты. Төрлө тарафтан йыйылған ҡунаҡтарҙы Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин сәләмләп, йыйындың эшлекле һәм һөҙөмтәле үтеүен теләне.
Сараның тәүге көнөндә “Таланттар эйәһе - табындар ғаиләһе” конкурсы, “Урал батыр” эпосы буйынса фольк-лаборатория, “Тыуған ерҙең батыр улдары” темаһына Батырлыҡ дәресе үтте, “Урал батыр” эпосын ятлау буйынса конкурс ойошторолдо.
Хәбибуллиндар - иң лайыҡлы ғаилә
Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡаһаҡ та, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормоштоң нигеҙе булып тора. Тап ошо хәҡиҡәткә таянып ошондай йыйындарҙа “Ырыуымдың өлгөлө ғаиләһе” конкурсын ойоштороу матур бер йолаға әйләнде. Сираттағы йыйында был мәртәбәле конкурста Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел һәм Ғафури райондарынан дүрт ғаилә ҡатнашты. Тәүге һынау - үҙ ғаиләләре, төп шөғөлдәре менән таныштырыуҙа уҡ ҡошсоҡтары – өс ҡыҙы менән Филиә һәм Илшат Хәбибуллиндар ғаиләһе тамашасыларҙың һөйөүен һәм ихтирамын яуланы. Башҡа һынауҙарҙа ла һынатманы улар. Ә инде Айлинаның сағыу йондоҙ булып сәхнәне балҡытып бейеүе барыһын да әсир итте һәм Хәбибуллиндар ғаиләһе еңеүсе - Табын ырыуының иң лайыҡлы ғаиләһе тип танылды.
Йәншишмәнән һыу алып...
Артабан йыйында ҡатнашыусылар "Урал батыр" эпосына арналған фольклор лабораторияһында республикабыҙҙа киң билдәле тарихсы ғалим, әүҙем йәмәғәтсе Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, фольклорсы-тикшеренеүсе Марат Бүләков менән берлектә рухи йәншишмәбеҙ булған “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп батырлыҡ темаһына әңгәмә ҡорҙолар. Әңгәмәлә бөгөнгө көн батырҙары – махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙың ҡатнашыуы айырыуса әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булды. Һуңынан һүҙ “Урал батыр” эпосын ятлаусыларға бирелде.Ҡырмыҫҡалы районы һылыуы, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе ағзаһы Ләйсән Ирмәкованың сығышы барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Ләйсән эпосты тулыһынса ятлауҙан тыш оҫта итеп ҡурайҙа уйнай, ҡумыҙ сиртә. Конкурста Архангел районы уҡыусылары һәм районыбыҙҙан ейәнсәре Әлфиә Мирхәйҙәрова менән Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы, “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе Гөлшат Вәлиева ла ҡатнашты.
Тирмәләр йәйләүендә
Икенсе көнөндә сара “Имәнлек” һабантуй яланында дауам итеп, тантаналы шарттарҙа VIII "Табын-фест – 2026" төбәк-ара йәштәр фестивале асылды.
Был көндө майҙан халҡыбыҙҙың боронғо йәйләүенә оҡшап ҡалғайны. Тирмәләр янында тормош ҡайнай, усаҡтарға ҡаҙан аҫылып, аш-һыу әҙерләнә. Бар халыҡ ҡунаҡтар ҡаршыларға йыйына. Халҡыбыҙҙың бай тарихы йолаларыбыҙҙа, ырыу шәжәрәләрендә, ғаилә ҡомартҡыларында, оҫталарыбыҙ кәсепселегендә асыҡ сағыла. Ҡоролған тирмә эстәрендә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо көнкүреше менән танышырға, буҙа, сәй менән һыуһынды ҡандырырға, шәжәрәләр менән танышырға була ине. Әйткәндәй, Сәйетбабанан Рәсүл Ғилманов данлыҡлы Халиҡовтар һәм Ғилмановтар, ә Красноусолдан Һаҙый Юлмөхәмәтов Юлмөхәмәтовтар шәжәрәһен алып килгәйне.
Күргәҙмә-сауҙа итеү майҙансыҡтарында халыҡ оҫталары милли биҙәүестәр, башҡорт музыка ҡоралдары, түбәтәйҙәр, милли орнаментлы кейемдәр, милли ризыҡтар тәҡдим итте. Оҫталарҙың ҡул эштәре һоҡланып туйғыһыҙ. Яугилде ауылы ағинәйе Рәзилә Солтанморатова эшләгән ҡурсаҡтарға һорау ҙур булды, ул оҫталыҡ дәресе ойошторорға ла өлгөрҙө.
Йыйын эшлекле үтте
Тирмәләр, күргәҙмәләр менән танышып сыҡҡандан һуң төрлө райондарҙан йыйылған делегаттар, ҡор етәкселәре Табын ырыуының VI йыйыны үтәсәк район мәҙәниәт йортона юлланды. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеояҙма аша йыйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, һөҙөмтәле эш теләне. Артабан Табын ырыуының ҡор башы, совет рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Йыйында шулай уҡ тарихсы һәм журналист Салауат Хәмиҙуллин, айырым райондарҙың ҡор баштары сығыш яһаны, эшлекле һәм етди тәҡдимдәрен еткерҙе. Мәҫәлән, Ғафури табындары ойошмаһы идараһының Почётлы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин үҙ сығышында ойошма башҡарған эштәргә туҡталды, алда торған бурыстарҙы барланы, шулай уҡ ырыуҙарыбыҙ берләшмәһе Советына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына кисектермәй хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр буйынса эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе, ошондай яуаплы һәм мәшәҡәтле оло сараны үткәреүҙе үҙ өҫтәренә алған Архангел районы етәкселегенә рәхмәт әйтте.
Йыйында ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында фекер алышты, төрлө районда йәшәгән ырыуҙаштарының тормошо менән танышты, үткән осорҙағы эштәргә йомғаҡ яһаны, милләт үҫешенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Эш барышында шулай уҡ Табын ырыуы Советының яңы составы һайланды, киләсәккә бурыстар һәм маҡсаттар билдәләнде һәм барыһы бер тауыштан Йыйындың резолюцияһын ҡабул итте. Унда башҡорт ырыуҙарының йәмәғәт хәрәкәте эшмәкәрлеген киләсәктә лә туҡтатмау, үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен популярлаштырыу, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, Табын ырыуының арҙаҡлы шәхестәренең исемен, ҡаҙаныштарын, ижади мираҫын мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе артабан да дауам итеү кәрәклеге билдәләнде.
Йыйын барышында Ғафури табындары ойошмаһының элекке етәксеһе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Архангел районы табындарының ҡор башы Таһир Рәхмәтуллин һәм тарихсы-журналист Салауат Хәмиҙуллинға тантаналы рәүештә “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе” тигән почётлы исем бирелде.
Зирәк тә, көслө лә, һылыу ҙа йәштәребеҙ!
Ә һабантуй яланында төрлө төбәктәрҙән йыйылған йәштәр таһыллыҡта, етеҙлектә, батырлыҡ һәм зирәклектә көс һынашты. Был көндө волейбол, шахмат, шашка, гер күтәреү һәм “Таяҡ тартыу” буйынса һәм башҡа ярыштар ойошторолдо. “Ҡара ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте буйынса Ришат Шаймарҙанов ойошторған оҫталыҡ дәресе бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятып, үҙҙәрен мәргәнлектә, таһыллыҡта һынап ҡарарға теләүселәр күп булды. "Табын батыры – 2026" һәм "Табын һылыуы – 2026" бәйгеләре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сәхнәлә йыр-моң өҙөлмәне.
Һәр ваҡыттағыса районыбыҙ йәштәре был юлы ла һынатманы. Красноусолдан Эльвина Әбелғужина шахмат һәм шашка буйынса беренсе урын яуланы. Шулай уҡ Ҡауарҙы шахматсылары ла призлы урындарға лайыҡ булды. Һөҙөмтәлә, районыбыҙ шахматсылары командаһы VIII "Табын-фест – 2026" төбәк-ара йәштәр фестивалендә икенсе урын яуланы.
Волейболсылар командаһы икенсе урында булды, Илгиз Сабиров “Таяҡ тартыу”ҙа беренселекте берәүгә лә бирмәне. Төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәргә "Красноусол" шифаханаһы әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
“Табын батыры” исемен Ҡырмыҫҡалы районынан Айназ Самиҡов яулаһа, Сәйетбаба ҡыҙҙары матурлыҡ, нәфислек, нәзәҡәтлек һәм маһирлыҡ бәйгеһендә башҡаларға ал бирмәне. Яҙгөл Шәйхолова икенсе урын яуланы. Наҙгөл Зәйнетдинова иһә “Табын һылыуы” тажына лайыҡ булды. Табын ырыуы йәштәренең был фестивале матур ваҡиға булып тарихҡа инеп ҡалды. Был сараның үҙ-ара татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә, рухи донъяны байытыуға йүнәлтелеүе баһалап бөткөһөҙ. Йәштәребеҙ үткер, зирәк, уңған икән, тимәк, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы ҡулдарҙа.
"Табын-фест – 2026" халыҡтың үҙ тамырҙарын һаҡлауы, ата-бабалар мираҫына тоғро ҡалыуы һәм ошо ҡиммәттәрҙе йәш быуынға еткереүе милләт киләсәгенең ныҡлы нигеҙе булыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Бындай саралар быуындар бәйләнешен нығыта, тарихи хәтерҙе һаҡлай һәм халыҡты уртаҡ маҡсаттар тирәләй берләштерә.
Табын ырыуҙары йыйыны һәм “Табын-фест” фестивале штандарты Ырымбур өлкәһенә тапшырылды.
Мәрхәбә Собханғолова.

Табындар ҡорға йыйылды
Табындар ҡорға йыйылды
Табындар ҡорға йыйылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас