

Мәҙәниәт һарайы залы был көндө төрлө милләт, дин һәм һөнәр эйәләрен – бәрәкәтле Ғафури ерендә тыныслыҡ һәм татыулыҡты һаҡлау өсөн көн һайын хеҙмәт иткән кешеләрҙе бергә тупланы.
Абруйлы ҡунаҡтар араһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Татарҙар конгресы башҡарма комитеты рәйесе Заһир Хәкимов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, Ғафури районы имам-мөхтәсибе Фәнил Басиров, Аҡкүл ғибәҙәтханаһы настоятеле Филипп Евдокимов бар ине. Сарала шулай уҡ МХО ветерандары һәм яугирҙар, ирекмәндәр, райондың милли-мәҙәни берләшмәләре лидерҙары, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды вәкилдәре һәм йәмәғәтселәр булды.
Башта ҡунаҡтар сағыу һәм бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты, милли ризыҡтарҙы тәмләне. Күргәҙмә районыбыҙҙың бай традицияларын, һөнәрҙәр төрлөлөгөн һәм уникаль колоритын асыҡ күрһәтеп, барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Осрашыуҙы асып, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов был сараның оло әһәмиәтен билдәләне.
– Форумдың төп маҡсаты – милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм кире мәғлүмәти йоғонтоға ҡаршы тороу буйынса дөйөм фекер туплау. Нәҡ ошо бурыс бөгөн беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе булып тора, – тип билдәләне Венер Фәнир улы. – Был форум фекер алышыу майҙансығы ғына түгел, ә аныҡ файҙа килтерәсәк яңы уртаҡ проекттар һәм башланғыстар өсөн старт нөктәһе булһын. Ул беҙҙең берҙәмлек һәм илһөйәрлек тойғоһон нығытһын, һәр беребеҙгә бергәләп күп нәмәгә һәләтле булыуыбыҙға ышаныс бирһен. Берҙәмлек һәм татыулыҡ – беҙҙең төп көсөбөҙ.
Заһир Хәкимов үҙенең сығышында мәҙәни мираҫты һаҡлау, үҙ-ара хөрмәт һәм ата-бабалар йолаларын ихтирам итеү беҙҙе көслөрәк итә, тип билдәләне.
– “Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, үҙенең мәҙәни күп төрлөлөгө менән бөтә Рәсәй сағыла”, – ил Президенты Владимир Путиндың был һүҙҙәре тыуған төйәгебеҙҙе бик яҡшы һүрәтләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Мин республика буйлап күп йөрөйөм һәм бөтә халыҡтарҙың мәҙәниәтен, йолаларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ни тиклем ҙур иғтибар бүленеүен күрәм. Республикабыҙ, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм, сөнки бында һәр халыҡтың үҙ мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау мөмкинлеге бар. Башҡортостан – йөҙҙән ашыу халыҡ вәкиле йәшәгән дөйөм йорт, ә беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ һәм үҙ-ара хөрмәтебеҙ – бер ниндәй һынау ҙа емерә алмаҫлыҡ капитал. Бөгөн, ил етди һынауҙар аша үткән мәлдә, беҙҙең төп бурысыбыҙ – берҙәмлекте тарҡатыуға юл ҡуймау, һәр халыҡтың телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау һәм арттырыу.
Артабан райондың дини берләшмәләр вәкилдәре, Ғафури башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Сабирова, "Башҡортостан урыҫтары соборы"ның район йәмәғәт ойошмаһы идаралығы етәксеһе Галина Петрова, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Ғафури филиалы координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова һәм М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова сығыш яһаны. Улар мәҙәни мираҫты һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу кеүек төп мәсьәләләргә туҡталды. Милләт-ара берҙәмлек, хеҙмәттәшлектең көнүҙәк бурыстарҙы хәл итеүҙә ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Форумдың йомғаҡлау өлөшөндә мәҙәни-ара диалогты үҫтереүгә һәм уртаҡ ҡиммәттәрҙе һаҡлауға тос өлөш индереүселәр бүләкләнде. Улар – көндәлек, тырыш, ҡайһы саҡта күҙгә күренмәгән хеҙмәттең кешеләрҙе уртаҡ маҡсаттар тирәләй нисек нығытыуына һәм берләштереүенә өлгө булып тора.
Был сара диалог һәм берлектәге эшмәкәрлек – төбәгебеҙҙең тотороҡло үҫешенең нигеҙе булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Бөгөнгө етди һынауҙар шарттарында халыҡтың ысын көсө берҙәмлектә икәнен иҫтә тотоу бик мөһим. Бергә, бер төптән булғанда беҙ күп нәмәгә һәләтлебеҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.