+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Июль 2022, 01:10

Изге байрам менән, хөрмәтле Ғафури районы мосолмандары!

Ғафури районы муниципаль район хакмиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы СЫҢҒЫҘОВ ғафуриҙарҙы Ислам донъяһының иң ҙур байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйете менән ҡотлай:

Изге байрам менән, хөрмәтле Ғафури районы  мосолмандары!
Изге байрам менән, хөрмәтле Ғафури районы мосолмандары!

Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән тәбрикләйем!
Һәр мосолман өсөн әһәмиәтле дини байрам тыныслыҡ һәм изгелек, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек, бөтәһен дә ғәфү итеү символы булып тора. Ул исламдың шәфҡәтлелеккә саҡырған нигеҙҙәре хаҡында иҫкә төшөрә, кешеләрҙә дөйөм кешелек ҡиммәттәренә хөрмәт тәрбиәләй.
Был яҡты көндө һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек теләйем. Ҡорбан байрамы шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, иртәгәһе көнгә ышаныс уятһын, яңы изге эштәргә илһамландырһын.

Изге байрам менән, хөрмәтле Ғафури районы  мосолмандары!
Изге байрам менән, хөрмәтле Ғафури районы мосолмандары!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: